Уттан бер ни ҡалмай, тигәнде ата-баба электән үк әйтеп ҡалдырһа ла, һаман булһа янғындың яман афәт икәнен төшөнөп етмәйбеҙ. Төшөнөүен төшөнәбеҙҙер ҙә, шулай ҙа миңә ҡағылмаҫ әле, тигән һымаҡ йәшәп тик ятабыҙ. Был торлаҡты страховкалауға ҡағыла. Кешенең донъяһы янып бөтә, һәм ул ҡола яланда бәләһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып япа-яңғыҙ тора ла ҡала — мә һиңә, тип биреп тороусы булмай.
Яңы Юл ауылында йорт янған. Төндә өйҙөң соланы яна башлай, хужа кеше ярар әле тәҙрә аша сығып ҡасып өлгөрә. Йорто ағастан төҙөлгән, уттың иң яратҡан материалы. Янғын һүндереүселәр килеп еткеләгәнсе, йорттан бер ни ҡалмай. Йорт страховкаланмаған. Сход булған һайын властар ошо турала тылҡый: заманы икенсе, мөлкәтегеҙҙе страховкалағыҙ. Инде былай әйткән генә барып етмәгәс, страховщиктарҙың үҙҙәрен өй беренсә йөрөгөҙ, тип димләргә булдылар, бәлки, хәлде ныҡлап аңлатып, миҫалдар килтереп әйтһәләр, халыҡ аҙыраҡ булһа ла уйланыр һәм аҙаҡ бәлә килһә (Аллам һаҡлаһын), ҡайғыһы менән тет-а-тет ҡалмаҫ ине.