Все новости
Йәшәйеш
5 Июня 2019, 11:52

Урындар билдәләнде

Һуңғы ваҡытта сүп-сар проблемаһын бик йыш күтәрәбеҙ. Интернет селтәре лә күптәрҙең сүп түгеү өсөн контейнерҙар етмәй, булғаны һәр саҡ туп-тулы тигән ризаһыҙылыҡтары менән туп-тулы. Эко-Сити ла сүптең барыһын да алып китмәй. Быларҙың барыһы ла яңы сүп реформаһы менән бәйле. Яңы башланған эш һәр ваҡыт яйлы ғына бармай шул. Бик бәләле эш булһа ла, яйлап булһа ла алға китеш күҙәтелә башланы.

Йортта булған барлыҡ ҡаты ҡалдыҡтарҙы контейнерға ташлап булмай, улар араһында ағас ботаҡтары, үлән-мүләне лә була. Бындайҙарҙы яндырырға ла була. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов силсәүит башлыҡтары менән бергәләшеп һөйләшеп, кәңәшләшкәндән һуң, шундай сүп-сарҙарҙы яндырыр өсөн һәр ауылда махсус урындар тәғәйенләргә тигән ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, райондың һәр ауылында сүпте яндыра торған махсус урындар билдәләнде. Бындай сүп яндырыу урындары янғын хәүефһеҙлегенең барлыҡ ҡағиҙәләренә тап килергә тейеш. Шулай уҡ сүпте яндырыр алдынан һауа торошона ла иғтибар итергә кәрәк. Елле көндәрҙә һәм махсус урындарҙан тыш башҡа урындарҙа ут яғыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Сүп-сар янып бөткәнсе эргәһендә ҡарап торорға ла кәрәк буласаҡ. Ошо һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ.

Ермолаево ауылында районда иң беренселәрҙән булып махсус урында сүп-сар яндырыу эше башҡарылды ла инде. Айсыуаҡтан йыраҡ түгел урындағы сүп-сар яндырыу соҡорон һеҙ фотола күрәһегеҙ.
Читайте нас: