Все новости
Йәшәйеш
14 Июня 2019, 13:09

Кредитҡа икмәк ал…

“Ауылдан ҡалаға күсенеп килгәс, магазинға керҙек. Аҡса самалы. Аҙыҡтың кәрәген генә ҡарап, кеҫәләге һум-тиндәрҙең яҡынса күпме икәнен ауыҙ эсенән генә ҡабатлап (артыҡ алып, аҡса етмәй, оятҡа ҡалып ҡуймайым) һатыусыға төртөп күрһәтәбеҙ: анау икмәк тә, бынау һөт. Янда эйәреп килгән балалар витринаға йәбеште: бынауыны ал. Тыс, шаулама, аҡса юҡ та баһа. Бала, ҡысҡырма, тигәнде аңлаймы ни, бөтә магазинды тултырып ҡысҡыра: Атаҡ, яҙҙырып ал», - ти ауылдан ҡалаға күсеп килгән бер таныш.

“Ауылдан ҡалаға күсенеп килгәс, магазинға керҙек. Аҡса самалы. Аҙыҡтың кәрәген генә ҡарап, кеҫәләге һум-тиндәрҙең яҡынса күпме икәнен ауыҙ эсенән генә ҡабатлап (артыҡ алып, аҡса етмәй, оятҡа ҡалып ҡуймайым) һатыусыға төртөп күрһәтәбеҙ: анау икмәк тә, бынау һөт. Янда эйәреп килгән балалар витринаға йәбеште: бынауыны ал. Тыс, шаулама, аҡса юҡ та баһа. Бала, ҡысҡырма, тигәнде аңлаймы ни, бөтә магазинды тултырып ҡысҡыра: Атаҡ, яҙҙырып ал», - ти ауылдан ҡалаға күсеп килгән бер таныш.

Ауылда хәжәт килеп сыҡһа, ҡапыл ғына ҡунаҡ килеп төшһә лә, тотаһың да магазинға йүгерәһең. Балалар аҡсаһы килгәнсе, пенсия алғансы, йә ирем Себерҙән ҡайтҡансы биреп тор. Райпомы, шәхси магазинмы - айырма юҡ, яҙҙырып бирәләр. Бала ҡалала ла шулай була тип уйлай, үҙе теләгән Сникерстымы, Несквиктымы яҙҙырҙың да алдың.

Шулай, ауылдарҙағы магазиндар электән тауарҙы бурысҡа бирҙе, ә бына “Перекресток” тигән бер гипермаркеттың яңы аҡылы еткән быға. Һатып алыусыларға махсус карта булдырыласаҡ унда. Бурысҡа алыу картаһын супермаркеттарҙа паспорт буйынса, кредит лимитын билдәләгәндән һуң, бирәләр. Кеше аҙыҡ-түлекте бурысҡа ала ала, ә аҡсаһын ошо карта аша күсерәсәк. Был магазинға аҡсаһыҙ барһаң да, йәнең теләгәнеңде алып буласаҡ. Ябай ғына итеп әйткәндә, кредитҡа ала инде. Әгәр ҙә бурысыңды түләргә онотһаң, йә аҡсаң булмаһа, проценттары үҫә. Етмәһә, алған нәмәңде ашап бөткән булаһың. Йәл, Күмертауҙа “Перекресток” юҡ. Хәйер, уның булмауы һәйбәттер ҙә - кредитҡа икмәк алырһың да, түләй алмаһаң, йортоңа приставтар, коллекторҙар килеп йәнеңде ашар. Икмәк хаҡы машина хаҡына тиклем үҫеп китеүе лә ихтимал. Лутсы ас тамағым - тыныс ҡолағым, тип ундай сауҙа йорттарын урап үтергәме икән?

Раушания СЫНБУЛАТОВА, Яҡшымбәт ауылы:

- Ауылда шәхси магазин тотам. Халыҡ тауарҙы бурысҡа яҙҙырып ала. Ауыл ерендә электән ошо күренеш килә, бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл шул бурыс менән йәшәй инде. Төрлө кешеләр бар: кемдәрҙер бурысҡа яҙҙырып алғас ваҡытында уҡ түләп ҡуялар, ә икенселәре юғалалар. Бурыстарын түләмәйенсә күсенеп киткәндәр ҙә булды, унышар йыл түләй алмағандар ҙа юҡ түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ, магазинға керәләр ҙә инәлеп тә тормайҙар, тауарҙы тоталар ҙа “яҙып ҡуй” тип сығып та китәләр. Ә инде халыҡтың ҡул аҡсалары булһа, ҡала магазиндарына китәләр, барһаң, һиңә бурыслыларҙың ҙур сумкалар һөйрәп әйбер тултырғандарын күрәһең.

Сабыр ғына итеп ҡасан бурыстарын түләрҙәр, тип көтөп йәшәп ятабыҙ, береһен дә әрләмәйем дә, арттарынан да баҫтырмайым. Ә был “Перекресток” магазины кредитҡа биреп халыҡтың башын бутаясаҡ. Аҙыҡ-түлек бит көн дә кәрәк, асыҡҡан һайын барып алырһың да, түләй алмай проценты үҫеп китһә, ҡурҡыныс бит. Шуға ла ауылда халыҡ кредитҡа ҙур нәмә һатып ала ла, процент үҫеп китмәһен өсөн, тәүҙә шуны түләй, ә аҙаҡ инде ауылдағы процентһыҙ көтәсәктәрен түләйҙәр.

Дилара ИСМӘҒИЛОВА, Таймаҫ ауылы:

- “Перекресток” магазины селтәре кредитҡа тауар бирәсәген ишеткәс, аптырап ҡалдым. Алыуын алырһың да ул, аҙаҡ, аҡсаң булмаһа, нисек түләйһең? Процент үҫеп китеүе ихтимал бит. Ә ауылда беҙ кешеләрҙең хәлен аңлайбыҙ, аҡсалары булмаһа, 3-4 айға тиклем көтөп тә торабыҙ, процент та үҫмәй. Береһен дә әрләгәнебеҙ юҡ. Берәүҙәр пенсияға тиклем тип, икенселәр эш хаҡы килгәнсе, тип яҙҙырып алалар. Ауылдағы кешеләрҙең барыһын да беләбеҙ, улар барыбер түләйәсәктәр, тип ышанып бурысҡа бирәбеҙ.
Читайте нас: