Все новости
Йәшәйеш
21 Июня 2019, 10:23

Тағы йыйылыштылар

Гәзиттең үткән һанында керәүлеләрҙең проблемалары бөтмәне әле, 19 июндә улар тағы ла йыйылышасаҡ, тип яҙғайныҡ. Йыйылыштылар. Был юлы бында Ер контроле комиссияһы ултырышы уҙҙы. Һөйләшеү йәнә ҡыҙыу ғына барҙы.

Гәзиттең үткән һанында керәүлеләрҙең проблемалары бөтмәне әле, 19 июндә улар тағы ла йыйылышасаҡ, тип яҙғайныҡ. Йыйылыштылар. Был юлы бында Ер контроле комиссияһы ултырышы уҙҙы. Һөйләшеү йәнә ҡыҙыу ғына барҙы.

Иң тәүҙә әлеге лә баяғы балсыҡ темаһы ҡуҙғатылды. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов:

- Теге йыйылышта ныҡ ҡына пар сығарып алғайныҡ. Балсыҡ ташыусылар бер ниндәй законды боҙмай, юлдан йөрөргә уларҙың да хоҡуҡтары бар, шулай ҙа йәй көндәрендә урау юлдан йөрөйҙәр, - тип һүҙен башлап ебәреүе булды, залдан:

- Юлдан йөрөүен йөрөйҙәр ҙә ул, ә юлдың эҙемтәләре өсөн кем яуап бирер һуң? Весовой контролде саҡыртыр кәрәк, үлсәһендәр машиналарын. Шунда белербеҙ, законды боҙалармы-юҡмы икәндәрен. Покровка юлына асфальт һалдығыҙ, шул аҡсаны урау юлға ебәргән булһағыҙ лутсы. Балсыҡтарын әйҙә шул урау юлдан ташыһындар ине, - тигән тауыштар ишетелде.

- Урау юлға ҡырсын түшәйәсәктәр, асфальтҡа ремонт эшләргә була. Весовой контроль һорауын да ҡарарбыҙ, - тигән яуап яңғыраны.

- Бына Түбәнге Бабалар-Таймаҫ юлы буйынса хөкүмәткә барҙым, һораным, асфальт юл буласаҡ, тинеләр. Бындағы юлды ла шулай һораясаҡбыҙ, - тип һүҙгә ҡушылды Юлай Талха улы.

Балсыҡ сығарыусы «Сырьевая компания» йәмғиәте директоры Рим Ғәлиев отчет тотто:

- Беҙ райондың 10 кешеһен эш менән тәьмин иттек. Һалымын түләп барабыҙ. Һәр ваҡыт ауыл халҡы менән хеҙмәттәшлек итеү яҡлыбыҙ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ.

- Нисә йыл эшләргә йыйынаһығыҙ һуң һеҙ унда?

- Кәмендә 10 йыл эшләйәсәкбеҙ әле.

- 10 йылдан унда нимә ҡалыр икән?

- Беҙ үҙебеҙҙең урынды матурлаясаҡбыҙ. Шулай уҡ һыу инеү, ял итеү урындары ла булдырмаҡсыбыҙ.

- Бына беҙ һыуҙы асыҡ һыу ятҡылығынан эсәбеҙ. Мәктәп балалары ла шунан эсә. Ошо проблеманы хәл итергә ине. Быны инде алдан, наказ булараҡ, әйтеп ҡуябыҙ, - тине залдағы берәү.

- Хужалыҡ етәкселәре һәм ауыл халҡы менән бәйләнеш булырға тейеш. Шул саҡта улар ҙа ярҙам итер, һыуығыҙ ҙа ябыҡ булыр, - тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.

- Новотроицк менән ни эшләрһегеҙ? Машиналар үтеп йөрөй, саң-туҙан борҡота. Тын алырлыҡ түгел. Күпер ҙә оҙаҡҡа етмәҫ инде, - тип зарланды тағы берәү.

Керәүле силсәүите башлығы Игорь Ворошилов был һорауға үҙе яуап бирҙе:

- ППМИ программаһы буйынса һыу проблемаһын хәл итергә уйлағайныҡ, килеп сыҡманы. Һыуға һәр ваҡыт анализ эшләп торабыҙ. Һыу һәйбәт. Мәктәптәге лагерь алдынан да гел һыуға анализ алына.

«Әйҙәгеҙ, көнкүреш проблемаларын туҡтатып торайыҡ», - тип, Юлай Ильясов төп һорауға күсергә кәрәклеген белдергәс, бөгөнгө төп һорау — пай ерҙәре буйынса әңгәмә башланды. Иң тәүҙә «Медведь» йәмғиәте етәксеһе Владимир Марфин отчет бирҙе. Артабан һүҙҙе яңы инвестор — Мәләүез ит комбинатынан килгән инвестор Дмитрий Рыбин алды. Улар Керәүлелә 2 меңдән ашыу һыйыр малы үрсетергә уйлайҙар. Хужалыҡҡа 700 га пай ерҙәре кәрәк. Шуға күрә 100 пайсы менән килешеү төҙөмәкселәр. Керәүлеләр үҙҙәренең пай ерҙәрен арендаға таратып бөткәндәр. Шуға ла 100 кешенең пайын ит етештереүсе хужаларға тапшырыу бурысы тора.

Залдағылар был һорау буйынса ла оҙаҡ ҡына бәхәсләштеләр. «Марфинды беҙ беләбеҙ, ул беҙгә 3 ц иген бирергә вәғәҙә итә. Ә яңы хужаларҙы беҙ белмәйбеҙ. Улар бер нәмә лә вәғәҙә итеп ауыҙҙарын да асманылар әле. Һалымын үҙебеҙ түләйбеҙ», - тигән һүҙҙәр ишетелде.

Район буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе Марина Сычева: «Пай ере буш ятмаҫҡа тейеш. 3 йыл эшкәртелмәй икән, пай ере дәүләткә күсә, - тип иҫкәртһә, муниципаль ер контроле белгесе Рөстәм Байгилдин:

«Һеҙҙең үҙегеҙҙең айырым пай ере юҡ. Һеҙҙең пай ерҙәрегеҙ дөйөм өлөштә» - тигән аңлатма бирҙе.

Бик оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, йә 100 кеше үҙ пай ерҙәрен үҙ ирке менән яңы инвесторға бирә, йә булмаһа, 700 га ерҙе закон буйынса тапшырасаҡтар.

Әйткәндәй, был йыйылышты БСТ-ға ла төшөрҙөләр.
Читайте нас: