Халыҡ йолаларын тергеҙәбеҙ тибеҙ, бейек трибуналарҙан мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, рәхимлек тураһында һөйләйбеҙ. Ә тормошта бик йыш киреһенсә килеп сыға: һәр кем үҙ донъяһына бикләнеп, үҙ тормошо менән генә йәшәй, үҙ ҡайғыбыҙ баштан ашҡан, кеше проблемаһы миңә нимәгә?
Яңы Таймаҫ ауылында бер ағай йәшәй. Йәшәй, тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, көн итә. Ямғырмы, буранмы, ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, магазин төбөндә тора ул. Кеше бирһә, ашай, бирмәһә - юҡ.
Уға ярҙам итеү теләге менән йөрөгән Гөлназ Әҙеһәмова махсус дауаханаға һалыу өсөн көрәшә, тик, закондар ҡушыуы буйынса, уны бер ҡайҙа ла һалып булмай. Шулай ҙа ағайға ярҙам итергә теләгән Гөлназ өмөттәрен өҙмәй, кешене был хәлдә ҡалдырып булмай ҙа баһа, тип төрлө инстанциялар буйлап йөрөй.
- Был ағай миңә туғаным да, бер кем дә түгел. Уның һәр саҡ хәйер һорап магазин төбөндә тороуын күреп йөрәгем өшөнө. Бер ауылда йәшәгәс, ағайҙы бала саҡтан күреп үҫтем. Кеше яҙмышы төрлөсә килеп сығыуы ихтимал. Уның да яҙмышы аяуһыҙ. Төрмәлә ултырып, 2014 йылда иреккә сыҡҡас, ауылға ҡайтты ул. Ауылда төрлө кешеләргә ярҙам итеп, үҙ тамағын туйҙырҙы. Әле һаулығы ҡаҡшаған, шуға кешеләргә эшләшә алмай, ә тамаҡты туйҙырырға кәрәк. Бер ҡайҙан да килеме юҡ, магазин тупһаһында көнө-төнө тиерлек уның тороуын күреүе миңә ауыр. Кем нимә бирә, шуны ашап көн итә ағай. Ул да бит кеше тип, ярҙам итергә булдым. Тәүҙә был турала үҙе менән һөйләштем. Мине тыңлағас, ул хатта ҡыуанып китте. Уға ярҙам итеү теләге менән район хакимиәтенә юлландым, ул саҡта социаль мәсьәләләр буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Шамил Зиятдиновҡа индем. Уның менән район башлығы исеменә ғариза яҙҙым. Икенсе тапҡыр барғанда Шамил Камил улы урынына ваҡытлыса Марс Дашкин ҡалғайны. Ул минең мәсьәләмде тыңлағас, һеҙҙең асарбаҡтарығыҙ менән ауыл советы хакимиәте башлыҡтары шөғөлләнергә тейеш түгел. Әгәр машина кәрәкһә, бирәм. Тик аҙаҡ кире машинамды ҡайтарығыҙ, тип яуапланы. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә район хакимиәтенән әле яуап килмәне, ә мин вагондан алдан саптым килеп сыға. Һәр кергән ишекте астырыуы ауыр булды, ә бына ҡасан керһәң дә ҡабул итергә, мине ишетергә теләгән опека бүлегендә эшләүсе Ғәлиә Стиценкоға ҙур рәхмәт. Ул миңә кәрәкле кәңәштәр ҙә бирҙе, төрлө урындарға шылтыратып, был проблеманы ыңғай хәл итергә лә ярҙам итте.
Психио-неврология диспансерына ла алманылар ағайҙы. Был беҙҙең клиент түгел, ә бомждар беҙгә кәрәкмәй, тигән булды яуап. Ҡарттар йортона алып барыр инек, унда бер ҡайҙан, бер ниндәй ҙә килеме булмағандарҙы алмайҙар икән. Төрлө инстанциялар буйлап күп йөрөргә тура килде. Әле ағайҙы Свобода дауаханаһына урынлаштырҙыҡ. Унда ла ун көнгә генә, унан сығып тағы ла ошо магазин төбөндә тороуын дауам итеүҙе күрге килмәй. Шуға ла, бәлки, инвалидлыҡ юллап булыр, йә эшкә яраҡһыҙ тип, берәй документ хәстәрләргәлер. Берәй нисек ҡарттар йортона урынлаштырғанда яҡшы булыр ине.
Минең былай йөрөүемде төрлө кеше төрлөсә аңлай. Кемдәрҙер бик яҡшы, һауаплы эш башҡараһың тип, дәртләндреп ебәрһәләр, эшкә яраҡһыҙ тип, берәй ергә оҙатып, уның торлағын үҙеңә алырға уйлайһыңмы, тип тә һораусылар булды. Уның әлеге йәшәгән мөйөшөндә бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар юҡ. Миңә кеше өйө кәрәкмәй, ә кешенең эт тормошонда йәшәүе, магазин төбөндә ас килеш кеше күҙенә төбәлеп ҡарап тороуын күреү йәл, - ти кеше яҙмышына битараф булмаған Гөлназ ханым. Был хаҡта беҙ Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаевтан да һораштыҡ.
- Әгәр мин бомждар менән шөғөлләнеп йөрөһәм, башҡа эштәргә бөтөнләй ваҡытым ҡалмаясаҡ. Эшләргә теләмәй, бушҡа биргәндәрҙе көтөп ятыусыларҙы йыя башлаһаң, ундай бомждар бигерәк күп йыйылып китәсәк. Ике ҡулы, аяҡтары бар, тағы нимә кәрәк, эшлә лә аша. Кеше аҙ булһа ла, үҙе тырышырға тейеш, ә бушты көтөп ятмаҫҡа. Әгәр тормошон үҙгәртергә үҙенең теләге булмаһа, уны етәкләп йөрөп кенә эш барып сыҡмаясаҡ. - тине Ильяс Искәндәр улы.
Интернет селтәрендәге ВКонтактелағы Юшатыр төркөмөндә Түкәндә лә ундай ике асарбаҡ бар, тип яҙҙылар. Уларҙы беҙ Свобода ауыл советы хакимиәтенән белештек.
- Минеңсә, асарбаҡтар улар өйҙәре, пропискалары булмаған кешеләрҙер, тип уйлайым. Ә был Түкәндәге ике кеше, минеңсә, был категорияға инмәйҙәр. Береһенең өс бүлмәле торлағы, пропискаһы ла бар. Төрмәлә ултырып сыҡҡан, бер үҙе йәшәй. Ай һайын килеме бар, инвалидлыҡ түләйҙәр. Йыш ҡына дауаханаларҙа, ял йорттарында ла ятып сыға. Ошондай кеше бомж буламы? Юҡ, әлбиттә. Ә инде икенсеһенә килгәндә, уның да өйө бар. Бәлки, яңғыҙ йәшәгәнгә бомж тиҙәрҙер. Кешеләргә эшләшеп тамаҡ ялғап йөрөй. Типһә тимер өҙөрлөк йәш кеше ниңәлер эшкә урынлашып эшләгеһе килмәй. Кем ғәйепле? Бар нәмә лә кешенең үҙенән тора, - тине Свобода ауыл советы хакимиәте белгесе Зөлфиә Ҡотошова.
Хәйер бер Таймаҫта, Түкәндә генәме ни ундай бәндәләр? һанай башлаһаң, һәр ауылда бисаралар етерлектер. Мин дә шундай көндә ҡалырмын, тип кем уйлай? Улар араһында төрлө кешеләр бар. Үҙәк телевидениенан да күреп торабыҙ, араларында уҡымай ҡалғандар ҙа, фән докторҙары ла осрай. Мәҡәл дә бар бит халыҡта: бай ҙа бер мәл хәйерсенең ишеген ҡағыр. Бөгөнгө көн менән йәшәргә түгел, дуҫтар. Кем әйтмешләй, күргәндәргә түҙемлек бир, күрмәгәндәргә күрергә яҙмаһын. Бер уйлаһаң, кеше яҙмыштарына беҙ хөкөмдар ҙа була алмайбыҙ, тормош нисек, шуны ғына яҡтыртабыҙ.
P.S Гәзит сығып барғанда ғына беҙгә йәнә бер хәбәр килде. Гөлназ Әҙеһәмова был ағайҙың Свобода дауаханаһынан ҡайтып килгәнен күргән. “Ағай, һин дауаханан нишләп сыҡтың?” – тип һораған Гөлназ ханым. “Унда нишләп ятайым инде, бер дарыу ҙа бирмәйҙәр, тәмәке лә тартҡым килә ...” – тип яуап биргән ағай, ғәйепле төҫ менән башын аҫҡа эйеп.