Инцидент-менеджмент тигәнде ошоңарсы йәшәп тә ишеткән нәмә түгел ине, республика Башлығы алмашыныу менән был һүҙҙе белеү генә түгел, ныҡлап ятлап алырға тура килде - халыҡ интернетҡа ныҡ өйрәнде, тыҡылдатып ялыу яҙа ла ебәрә, ә властар тиҙ арала уларға яуап бирергә тейеш. Бығарсы интернеттың нимә икәнен дә белмәгән вағыраҡ түрәләр көнө-төнө унан күҙҙәрен алмай ултыра башланы - минең турала берәй хәбәр сыймаҡламанылармы икән?
Беҙҙең район да интернетта ултыра белә, яҙыуға ла оҫталар. Һуңғы дүрт ай эсендә 100-ҙән ашыу ялыу яҙып ташлағандар. Замананың бар бәләләре кергән был инцидент тигәндәренә: юл, һыу, ут, сүп...
Инцидентҡа ҡарап фекер йөрөтһәк, халыҡтың иң бәкәленә һуҡҡаны - юл проблемаһы. Бар ялыуҙарҙың иң тәүге баҫҡысында тора ул (40%). Юлдан һуң сүп ташыу мәсьәләһе йәнде ашай - 18%. Быларҙан һуң ғына һыу, ут, йылылыҡ проблемалары килә. Иң мыжыҡ силсәүит - Ермолаево, иң күп ялыуҙар тап ошонан киткән. Ермолаевонан ҡала почетлы урынды Таймаҫ ауыл биләмәһе ала. Өсөнсө урында - Яҡшымбәт.
Юлай ИЛЬЯСОВ, район хакимиәте башлығы:
Халыҡтың мөрәжәғәтенә яуап биреү срогы бер ай, ошо инцидент арҡаһында беҙ бер нисә көндә, хатта бер нисә сәғәттә кешегә яуап бирәбеҙ, эште эшләп тә ҡуябыҙ. Әлбиттә, һәр яҙған проблеманы шунда уҡ хәл итеп булмай, шулай ҙа яҙған кешегә яуап бирәбеҙ, мәсьәлә контролдә тотола. Артабан да район властарының бар структураларына был эште туҡтатмаҫҡа, әүҙем булырға саҡырам. Эйе, еңел түгел, әммә беҙҙең эш шул, һорау биргән кешегә, бәйләнсек себендән арынырға теләгәндәге кеүек, ҡул һелтәп ҡуймауығыҙҙы һорайым, тине.
Тормош дауам итә, тимәк, инцидент та үҙ эшен дауам итә.