Яҡуп ауылында йәшәүсе Рим Бәширов сауҙа өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Был эшкә 2013 йылда тотонған.
Ғаиләһе, туғандары менән кәңәшләшеп Рим тәүҙә Яҡупта шәхси магазин аса. Аҙаҡ күрше Абдул ауылында икенсе шәхси сауҙа нөктәһен асыуға өлгәшә.
- Хәҙер ауылдарҙа, хатта төпкөл ауылдарҙа ла сауҙа өлкәһендә конкуренция бара. Беҙҙең конкуренттарҙың икешәр магазины бар. Берәү менән генә эш ырамай. Шуға күрә уйланым-уйланым да Абдулда ла магазин асырға ҡыйыулыҡ иттем. Унда һатыусы яллап, Яҡупта үҙебеҙ һатыу итәбеҙ, - ти ул.
- Тағы берәй ауылда магазин асырға планлаштырмайһығыҙмы? - тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
- Юҡ, булған тораҡ пункттарҙы алып, сауҙа кибеттәре асып бөткәндәр инде.
- Төпкөл ауылдарҙа сауҙа менән шөғөлләнеү һеҙгә килем килтерәме һуң?
- Ауылда ауылса инде, ҡалалағы кеүек сауҙа эштәреңде киң йәйелдереп ебәрә алмайһың. Бик теләһәң дә. Етмәһә, ауыл халҡының күбеһе тауарҙы бурысҡа, көтәсәккә ала - шуныһы бик ҙур етешһеҙлек. Әммә был шөғөлдөң аҙмы-күпме табышы бар, үҙебеҙгә йәшәргә, балаларҙы уҡытырға, кейендерергә етә, - ти Рим Бәширов.