Все новости
Йәшәйеш
20 Сентября 2019, 12:26

Йыйылыш хәл итһен

Яҡуп ауылы матурлана, күркәмләнә бара. Ике урамға ҡырсынташ түшәлде. Уларҙың береһе - Көйөргәҙе урамы, 800 метр, икенсеһе Сиразетдинов урамы - 330 метр, тағын да тыҡрыҡтар бар. Минең иҫәпләүҙәр буйынса, 1500 метр тирәһе була. Был эште башҡарыусыларға: район хакимиәтенә һәм Яҡшымбәт ауыл советына Яҡуп ауылы халҡы исеменән ҙур рәхмәт!

Ике йылда өс кеше матур итеп өй төҙөнө. Береһе уны һалып сығып, быйыл уҡ йәшәй башланы. Тик ауылыбыҙҙағы ошондай матурлыҡты йәмһеҙләүсе күренеш тә бар: ул да булһа, иҫке, серек өйҙәр. Бына хәҙер нисәмә-нисә йылдар инде ул өйҙәрҙе һүттереп ташлатып булмай. Әлеге лә баяғы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары дача амнистияһын тағы бер йылға, йәғни 2020 йылдың 20 мартына тиклем оҙайтты. Ул өйҙәр ауылдың эстетик йөҙөн боҙоп, ямаҡлап ҡына ултырмай, балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн дә ҡурҡыныс: шунда йәшенмәк уйнап йөрөгән саҡтарында ҡапыл өҫтәренә өрлөкмө, берәй таҡтамы емерелеп төшөүе бар. Унан ҡала малай-шалайҙар ут менән уйнап янғын сығарыуҙары ла ихтимал. Хоҙай бер үк һаҡлаһын!

Ошо урында нишләп был эштәрҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары хәл итеп ултырырға тейеш? Минеңсә, ауыл йыйылышы ла хәл итә ала уны. Өйҙөң хужаларына, бына һиңә бер ай ваҡыт: йә һүтәһең, йә урынына өй һалаһың, боҙмаһаң, урынына яңы өй һалмаһаң, бульдозер менән ышыртып ташлайбыҙ, тип иҫкәртеү яһарға һәм тейешле ҡарар сығарырға кәрәк. Шунһыҙ булмай, йылдан-йыл һуҙасаҡтар. Шул емерек өйҙәр арҡаһында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ла үткәреп булмай. Яҡупта хәҙер был мәҙәни сараны үткәргәнгә лә 12 йыл үтеп китте. Шул ваҡыттарҙа ауыл ниндәй ҙә матурланып ҡалғайны!

Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ

Яҡуп ауылы
Читайте нас: