Все новости
Йәшәйеш
10 Октября 2019, 12:45

ЙӨРӘК ЯНЫУЫ БАҪЫЛҒАНМЫ?

Янғынға ҡаршы көрәш ныҡ ҡаты хәҙер, элекке яраған нәмәләр хәҙер ярамай. Мәҫәлән, ишек алдында ҡый-һый яндырыу. Артыҡ-бортоҡ сүптән ҡотолам тиһәң, ана, һәр ауылда махсус урын булдырҙылар - алып сыҡ та яна торғанын, күңелең булғансы шунда яндыр. Ишек алды менән аңлашыла, бына ҡырҙа картуф баҡсаң булһа, ундағы ҡороған үлән менән нимә эшләргә? Борон-борондан ата-баба яндырған, береһе лә килеп бының өсөн бәйләнеп йөрөмәгән. Ошолай тип уйлап, береһе лә картуф һабаҡтарын ҡайҙалыр алып барып яндырып йөрөмәй, эште шунда, баҡса урынында уҡ бөтөрә - яндыра.

Яманһарылар ҙа, ата-баба йолаһынан ситләшкәне юҡ. Яңыраҡ бер бабай, ҡырҙағы картуф баҡсаһына бара. Көҙгө хозурлыҡҡа һоҡланып, тиҙ үтә был ғүмер тип бер аҙ моңһоуланып, оҙаҡ ҡына йөрөй, картуф һабаҡтарын матурлап бер урынға өйә. Һәм шырпы ҡабыҙа - әйҙә янһындар, бәлки, утҡа ҡарап торһа, бер юлы йөрәк яныуҙары ла баҫылыр. Бабайыбыҙ ҡартлыҡ бәләһенәнме, уттың тирә-йүнгә таралғанын һиҙмәй ҡала, янғын тиҙ арала тирә-яҡты солғай ҙа ҡуя. Көнө көнмө, ныҡ ел иҫә, ҡоролоҡ. Утты күргәс, ҡобараһы осҡан халыҡ йыйылып китә, кемдер Янып үлеп барабыҙ тип МЧС-ҡа шылтырата. Пожарниктар ҙа килә, ауыл кешеләре менән бергә уттың янғанын күҙәтәләр - һүндереүҙән фәтеүә юҡ, етмәһә, янған урындарҙа һаҙлыҡ, үтерлек түгел. Иң мөһиме, ауылға хәүеф янамай, шулай булғас, әйҙә, яна бирһен. Бүтәне бүтән, үләндәр менән бергә шунда торған таш келәт зыян күргән, боронғо келәт инде ул, үҙенә күрә, ауыл һәйкәле, ата-бабаларҙан ҡалған матур бер иҫтәлек.

Боронғолар йолаһын онотмау һәйбәт күренеш, тик был күренеш бәлә-ҡазаға ғына алып барып еткермәһен ине. Бабай менән нимә булған? Аллаға шөкөр, ул имен-аман, йөрәге яныуҙары баҫылдымы икән, тип кенә борсолабыҙ

Быйыл юбилейын билдәләгән М. Кәримдең бер йыры була торғайны: Яна йөрәк, яна йөрәк, яна - пожарник кәрәк. Йөрегебеҙ янған һайын пожарник саҡыртмайыҡ әле, яныуҙарҙы баҫыр өсөн уның башҡа ысулдары ла бар.

Малик ИЛЬЯСОВ

Читайте нас: