Районда «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы алдында ун бер йыл элек Почет Таҡтаһы булдырылғайны. Унда Көйөргәҙенең ауыл хужалығы, мәғариф, медицина һәм башҡа өлкәләрҙәге хеҙмәт алдынғыларының фотолары ҡуйыла.
Күптән түгел генә райондың «Кешене хеҙмәт биҙәй» тигән Почет Таҡтаһы яңыртылды. Унда тыуған районы үҫешенә тос өлөш индергән 64 данлы исем һәм фотоһүрәттәр ҡуйылған. Почет Таҡтаһына ҡуйыласаҡ исемлек муниципаль райондың учреждение, предприятие һәм ойошмалары коллективтары тәҡдимдәре буйынса төҙөлгән. Улар араһында — 21 ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 11 уҡытыусы, шулай уҡ спортсмендар, табиптар, водителдәр, эшҡыуарҙар, социаль өлкә, полиция, коммуналь хеҙмәт, төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар бар.
Ошо Почет Таҡтаһына ҡарап, яҡташтарыбыҙ район үҫеше өсөн бар көсөн һалып хеҙмәт итеүселәр менән ғорурлана ала. Беҙҙең яҡташтар — Көйөргәҙе районы данын күтәреүсе «алтын таяу». Улар — һәр кеше ғорурлана алырлыҡ ҡиммәтле капитал.