Все новости
Йәшәйеш
25 Октября 2019, 11:36

Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан

Ашау байҙан, үлем - Хоҙайҙан. Был беҙҙең йәшәү принцибы. Шул менталитет менән нисек ғүмер һөргәнбеҙ, әле лә шулай дауам итәбеҙ. Совет балалары бит беҙ. Завферма, бригадир килеп: «Әйҙә, сыҡ», - тигәнде көтәбеҙ, ҡушһалар башҡарабыҙ, ҡушмаһалар - юҡ. Заманы икенсе хәҙер, береһе лә сәйнәп ҡаптырмай. Аҡса килтереп тоттормаҫтармы, тип көтөп ятҡан арала, кемдер уларҙы ала. Гранттар хаҡында һүҙебеҙ. Был һүҙҙе телевизорҙан, радионан ишетәбеҙ. Фәлән Төгәнов шунса һум алған икән, тип ҡолаҡ ситенән генә үткәрәбеҙ һәм бөттө. Кемдер алалыр, аҡыллылыр, беҙҙән булмай, беҙ ҡара халыҡ, тип уйлайбыҙмы инде. Ә бит беҙ бер кемдән дә кәм түгел, шул уҡ ике аяҡ, ике ҡул, бер баш. Баштарҙың да төрлөһө була, кәбәк менән тулғаны ла осрайҙыр, шулай ҙа арабыҙҙа шәп идеялар менән янып йөрөүселәр юҡ түгел. Тик уларға ниндәйҙер төртөп ебәрә торған көс кәрәк. Ошоно уйлап, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов үҙе эшкә тотондо: бер команда йыйып ауылдарға сығарып ебәрҙе (элекке завферма һымаҡ була инде улар): аңлатығыҙ халыҡҡа нисек итеп хөкүмәттән аҡса алырға була, төртөгөҙ-этегеҙ, бәлки, берәй файҙа килеп сығыр. Был команда сәфәргә сығып китте һәм бер нисә көн эсендә әллә күпме ауыл советын урап сыҡты. Арабыҙҙан Стив Джобстар килеп сығыр, бәлки, ә?
Чиновниктар юҡҡа йөрөмәҫ, үҙҙәренә берәй файҙа барҙыр, тип уйлар кемдер. Грант алыусы кеше йәки ойошма бар эште туранан-тура Фонд аша эшләй, хакимиәт тә, башҡа берәйһе лә был эшкә ҡыҫылмай. Хакимиәткә файҙа шулай ҙа бар: арабыҙҙа байҙар күбәйһә, уларға насар буламы ни?
Иң тәүҙә команда Мораптал һәм Яҡшымбәт ауыл советтары халҡы менән осрашып, уларға нисек грант алырға икәнлеген аңлатты. Артабан Яңы Таймаҫта Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Свобода, Илкәнәй силсәүиттәре халҡы менән осрашыу үтте. Шунан халыҡты өгөтләү Бахмутта дауам итте. Беҙ тәүҙә был осрашыуҙарҙы гел ситтән генә күҙәтеп барҙыҡ һәм түҙмәй, үҙебеҙ ҙә барып күреп-ишетеп ҡайтырға булдыҡ. Тере килеш күреүгә етәме ни.
Лилиә Игоревна Михайлова һәм Роман Осокин. Ситтән ҡараған кешегә, беҙгә, уларҙың эстән ныҡ янғаны һиҙелде, ниңә шулай һуң беҙ, ниңә гел бюджет аҡсаһына ғына ҡарап ятабыҙ, ниңә ҡыймылдамайбыҙ, тип ҡысҡыра ине һәр күҙәнәктәре, ҡулдарынан килһә, залда ултырған һәр береһен тотоп һелкетерҙәр ине: әйҙә, тор, идея әйт, аҡса ал, алма беш, ауыҙыма төш тип ултырма.
- Беҙҙең илдә гранттарға бихисап аҡса бүленә, Президент гранты ғына 8 миллиард һум. Бынан тыш тағы әллә күпме гранттар бар - география йәмғиәте, төрлө миллиардерҙар гранттары - һанай китһәң, ҡул бармаҡтары етмәй. Башҡортостанға быйыл 200 миллион һум аҡса бирҙеләр, ошо сумманың 0,1% ғына Көйөргәҙе районы ала алды. Был нимә? Биргәнде лә алырға ҡулдан килмәйме, бының өсөн программа ғына яҙырға кәрәк, идея кәрәк. Бына Шотт паркын алығыҙ. Бындай ҙур тарихлы парк Рәсәйҙә өсәү генә! Спиртзаводты яптылар, тип ҡайғырыштыҡ та, бөттө, тик ултырабыҙ. Ошо паркка бәйләп, әллә күпме программаға инергә була ине, Шотт исеме генә Ермолаевоны иҡтисади көрсөктән һөйрәп сығара алыр ине, бәлки. Шотт паркы тураһында беҙгә күп яҙҙылар, алама хәлдә, береһе лә ҡарамай... Өмә иғлан иттек, шул интернетта яҙған кешеләрҙең, исмаһам, береһе генә булһа ла өмәгә сыҡтымы? Юҡ. Бюджетниктарҙы көсләп сығарҙыҡ, - тип әсенеп һөйләне Лилиә Михайлова.
«Ниңә беҙ шулай ул?» - тигән һорау һауала аҫылынып ҡалды. Роман Осокин бармаҡ менән төртөп тигәндәй, грант алыу өсөн нимә эшләргә була икәнен аңлатты. Зал тик ултырманы, бер ике идея әйттеләр: Яманһарының ике ҡатлы мәктәбен ҡарттар йорто итергә ине, Керәүлелә сыуаш фольклор фестивале үткәрергә ине - ярҙам итегеҙ, программа яҙырға хәл дә, ваҡыт та юҡ.
Ҡатып ҡалған халыҡҡа шулайыраҡ һөйләнеләр. Көндәлек мәшәҡәткә, ысынлап та, ныҡ күмелдек барыбыҙ ҙа, әлеге осрашыуға килгән уҡытыусыларҙың кемеһелер һөйләшеү мәлендә уҡыусыларҙың дәфтәрен тикшереп ултырҙы - ваҡыт әрәмгә китмәһен - өйҙә ас ир көтә, һарайҙағы һыйыр ҙа ашатҡанды, һауғанды көтә...
P.S. «Юшатыр», сара бөткәндән һуң, Лилиә Михайлова янына барҙы - һеҙҙең менән ҙур әңгәмә эшләргә ине. Лилиә Игоревна риза булды һәм беҙгә лә әйтеп ҡуйҙы: грант алыуҙа һеҙ ҙә ҡатнашаһығыҙ, көсләп ҡатнаштырам. Ниңәлер был һүҙҙәр үпкәләтмәне, киреһенсә, рәхәт булып китте, беҙ ҙә ҡатып ҡалған халыҡ бит, ҡай саҡ, көсләһәләр, рәхәткә генә була.
Малик ИЛЬЯСОВ
Лилиә Игоревна менән әңгәмәне түбәндә уҡығыҙ.
Читайте нас: