Все новости
Йәшәйеш
29 Октября 2019, 12:15

Брат та сват

Көтөүгә бармай, аҙып-туҙып йөрөгән малың өсөн 1 мең, һәүкәшең икенсе тапҡыр тотолһа 2 мең һум. Ғаиләлә, донъяға һыя алмай, ҡауғалаһаң, 300 һум, икенсе тапҡыр тауыш ҡуптарһаң, 500 һум. Был штрафтарҙы әгәр ваҡытында түләмәһәң, сумма 10 тапҡырға арта. Урам буйында үҫеп ултырған ҡый үләне өсөн дә штраф бар. Ауыл буйлап саптырып йөрөгән этең өсөн дә штраф сәпәйҙәр. Ҡағыҙҙа шулай яҙылған, закон шулай талап итә. Талап итеүен итә лә, тик был штрафтарҙы ауыл хакимиәте башлығы бик түләтеп бармай, бөгөн һин силсәүит, ә иртәгә кем белә һинең кем булырыңды, начальникмын тип бик сығынсыларға ярамай. Быныһынан тыш, ауылда һәр береһе тиерлек брат та сват, нисек итеп туғаныңа штраф һалаһың, аҙаҡ бергә ҡунаҡтарға йөрөргә, бергә бесән күбәләргә кәрәк. Шайтан ҡуласаһы килеп сыға: өҫтән ниңә штрафтарың юҡ тип әрләйҙәр, аҫтан туғандарҙың ҡарғышы ҡурҡыта. Район хакимиәтендә ултырғандар ҙа аҡыллы кешеләр, улар ҙа аңлай ауыл башлыҡтарының аяныслы хәлен, баш ватып ултырғас, яңы ысул уйлап таптылар: бер силсәүит икенсеһенең ауылдарына барһын һәм ундағы халыҡҡа штраф һалһын. Сит ауылда ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, знакумдар юҡ, әйҙә, рәхәтләнеп, күңелең булғансы штрафтар сәпә генә. Үпкәле ҡараш та юҡ, ҡаҙна ла тула.

Бөттө, иптәштәр, рәхәт тормош, бөттө әшнәлек, хәҙерҙән башлап ҡайҙа баҫҡаныңды уйлап ҡына баҫ, малыңды ҡара, этеңә хужа бул, сүп үләндәрен сап, өйҙә ныҡ ҡысҡырып һөйләшмә.

Малик ИЛЬЯСОВ


Ильяс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Административ штраф һалыу күптән бар. Ләкин күп ваҡыт халыҡты йәлләп был штрафтарҙы һалмай торғайныҡ. Бер йәлләнем, ике йәлләнем аңламаған кеше аңламай икән. Башҡа йәлләп тормайым, әгәр ҙә эш боҙалар икән, әйҙә, тейешле штрафты түләһендәр. Үҙегеҙҙә штраф һала һалмаһағыҙ башҡа ауыл советтарына барып эшләгеҙ, тигән тәҡдим булды район хакимиәте советында. Ундайҙарҙы ситтән эҙләргә түгел, ә үҙебеҙҙең ауыл советында ла етәрлек. Хәҙер был эшкә ныҡлап тотонасаҡмын, әле ике кешегә тейешле штраф һалынды ла инде.



Рөстәм ВАХИТОВ, Илкәнәй ауылы советы хакимиәте башлығы:

- Илкәнәй ауыл советы буйынса әлеге көндә малдары ҡарауһыҙ йөрөгән, кәртә-ҡуралары ауып ятҡан һәм этен бәйһеҙ йөрөткән хужаларға штраф һалынды. Әлбиттә, кешегә штраф һалыу еңел түгел, кемдер талаша, кемдер һуғыша тигәндәй, төрлө хәлдәр була. Ҡайһы берәүҙәргә алдан иҫкәртеү яһаһаҡ та, аңламайҙар. Шулай булғас, һуңғы сиктә штраф һалырға мәжбүрбеҙ. Халыҡ шуны аңлаһын ине: кәртә-ҡураңды, йорт-ереңде ҡарау, мал-тыуарыңа, этеңә хужа булыу ҙа бөгөнгө көн талабы.
Читайте нас: