Все новости
Йәшәйеш
31 Октября 2019, 19:20

Еҫең артынан

Еҫтәрҙе тойоу - кешегә бирелгән иң мөһим һәләттәрҙең береһе. Танауың еҫ һиҙмәһә бик ауыр булыр ине. Алама еҫ сыҡҡан ерҙә, бер ни аңламай, һаҫыҡ еҫкәп тик ултырыр инең, быныһы ярар, иң ҡыйыны - һөйгәнеңдең тәмле еҫтәрен һиҙмәһәң, яратыу ҙа ныҡ көслө булмаҫ ине. Былары шулай, еҫ тойоу һәләте ҡәҙимге тормошта ла ныҡ ярҙам итә. Бер көн райондың Б. ауылына барҙыҡ. Клубтарында ауыл башлығы менән һөйләшеп торабыҙ, сара башланырға тейеш - гранттар буйынса йыйылыш. Бер заман клубҡа оло ғына йәштәрҙәге инәй килеп инде, йәштәр бик булдыра алмағас, грант алырға ололар килә башланымы әллә, тип аптыраштыҡ.
- Һине ҡасанан бирле эҙләйем, тота алмайым, бына әле еҫең артынан килдем, - тип ауыл башлығы булған ҡатынға өндәште инәй. - Ату силсәүиткә бараһың, һин юҡ, тик хушбуй еҫең генә борхоп ҡалған. Ундай ҡыйбатлы хушбуйҙы беҙҙең ауылда тик һин генә һөртәһең.
Силсәүиттәрҙең эше муйындан, отчеттар менән генә лә баш күтәрмәй ултыралар, уныһынан тыш, ауылда һәр ҡыбырлаған нәмә өсөн яуаплылар, ғүмере бөтмәҫ кәңәшмәләрҙә кем ултыра тиһәң, улар ултыра. Йомош менән килгәндәр уларҙы таба алмаһа ла ғәжәп түгел. Был инәй ҙә ауыл башлығын тиҙ генә тота алмаҫ ине, әл дә танауы еҫте шәп һиҙә.
Еҫ тойоу - кешегә бирелгән иң мөһим һәләттәрҙең береһе.
М. ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: