- Ғөбәй Төхвәт улының Мораптал дауаханаһында һаулығын нығытып ятыуына ҡарамаҫтан кәйефе көр булыуына шатландым. 93 йәшлек ветераныбыҙ менән рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙым. Шулай уҡ 98 йәшлек Мәғрифә Йәри ҡыҙы менән аралашыу ҙа күңелгә кинәнес бирҙе. Алла бирһә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын да бергә ҡаршыларға һөйләштек. Хоҙай Тәғәлә һеҙгә оҙон ғүмер, тыныс көндәр бирһен, - тине Юлай Талха улы.