Все новости
Йәшәйеш
20 Декабря 2019, 12:40

Рәхәтләнеп шыуырға

Бар тирә-яҡ һөттәй ап-аҡ, йым-йым итеп ҡар көлә, тип шиғыр һөйләгәндәре иҫтә. Ҡыш - мөғжизәле миҙгел.

Бар тирә-яҡ һөттәй ап-аҡ, йым-йым итеп ҡар көлә, тип шиғыр һөйләгәндәре иҫтә. Ҡыш - мөғжизәле миҙгел. Әл дә ҡыш оҙон булған илдә тыуғанбыҙ, әллә нисә ай рәхәтләнеп сана-саңғы шыуырға, тауҙан өйөргә мөмкинселек бар. Тик ул тауҙы йәки катокты береһе лә әҙерләп ҡуймай, үҙеңә ҡыбырларға кәрәк. Күп ауылдарҙа катоктарҙы һыу һибеп туңдыра башланылар. Балаларға, ныҡ дәртләнеп киткән ололарға ла, шыуыр өсөн тауҙар ҙа яһай башлағандар бар. Зәк-Ишмәттәрҙең дә шыуғыһы килә, бына әле ауыл башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов ауылдаштарына: ир-егеттәр, сығығыҙ “Ғәфүр” шишмәһе янына, тау эшләйек. Ҡыш әле оҙон, мартҡа тиклем ауылдаштар кем санала, кем бәлтәһе итәгендә, кем һалам тултырылған тоҡҡа ултырып шыуа алһын өсөн тауҙы күмәкләп эшләйек, тип өндәшеүе булды эштәр башланып та китте. Егеттәргә әйт кенә. Илнур Әҙһәмов менән Әсҡәт Хөсәйенов тракторҙарын ҡыҙҙыра һалып килеп тә еткән.
Читайте нас: