Все новости
Йәшәйеш
24 Декабря 2019, 11:35

Тыныслыҡ бөттө

- Һеҙгә шылтыратам инде, балам, тағы кемгә әйтәйем.

- Һеҙгә шылтыратам инде, балам, тағы кемгә әйтәйем. Бынау зыяратта күмеү түләүле була тигән хәбәр сыҡты, шуға йән тыныс түгел, беҙ йәшәрен йәшәнек, бына балаларға ниндәй донъя ҡала? Борсолмағыҙ, береһе лә ерләгән өсөн ергә һәм башҡаһына аҡса алмай, ауыл менән нисек күмгәнһегеҙ, шулай күмәһегеҙ тиһеңме, шулай тиең дә ул, күрмәйһеңме, бар нәмәне аҡсаға әйләндерәләр, ышан һин власҡа. Оҙаҡламай яланға ла сыға алмай ултырыуыбыҙ бар, исмаһам, шул ерҙәрҙе оформить итеп ҡуйһындар ине, ҡытайҙар күп, уларға ер етмәй, бер саҡ йоҡонан тороуыңа шулар баҫып алыуы бар ауылыңды. Зыяратҡа кеше күмгән өсөн аҡса алһа алһындар ул, ризабыҙ, силсәүиткә түләрбеҙ. Тик кемдер килеп күмеп йөрөмәһен. Я Алла, киләсәкте уйлап тыныслыҡ бөттө. Сит илдәргә долыгты списать итәләр, уныһы ла бушҡа түгелдер, үҙебеҙҙең халыҡҡа ла списать итһендәр ине, кеше кредитҡа батты ату. Хәҙер силсәүиттәр трактор алам тип кешенән аҡса йыя, нимәгә кәрәк икән ул трактор, беҙҙә йорт һайын һәр береһендә бар ул машина. Аҡсаңды ғына бир, вис эшләйҙәр. Ана, Юныс Абдуллин улыбыҙға рәхмәт, әле урамды ялт иттереп ҡуя.
Байрам артынан байрам яһайбыҙ, гел маҡтанабыҙ, пенсияны ла нисек күрәһәтәләр, 15 мең һум айына тиҙәр, булды ти, булмай, ике айҙыҡын ҡушһаң, шулай була. Байрам тигәндән, әле урам һайын шыршы ҡуялар, бер айҙан барыбер алып ташлайҙар бит уны, ниңә кәйеф-сафа тип юҡҡа аҡса түгергә? Кешене шулай байрам яһап алдаталар ахры, былар теләһә нәмәгә әүерәп тик йөрөһөн тип. Элек балалар асыҡҡанын онотоп торһон өсөн шулай төрлө тәтәй менән алдаталар ине. Һеҙ бит влас тирәһендә күп йөрөһөгөҙ, әйтегеҙ әле мин әйткәндәрҙе.
Тәнзилә ҠОТЛОБАЕВА
Кинйәбай ауылы
Читайте нас: