Все новости
Йәшәйеш
10 Января 2020, 18:15

Үткәнгә ҡайтҡандар

Ниңә элекке саҡтар ныҡ һағындыра икән?

Ниңә элекке саҡтар ныҡ һағындыра икән? Торғонлоҡ йылдары, магазинда сират, алам тиһәң, йүнле әйбер юҡ, фәлән-фәсмәтән-төгән тигән булһалар ҙа, һаман шул йылдарҙы юҡһынып бер булабыҙ. Бигерәк тә дискотекаларын. Ауыл клубы иҙәне саңын туҙҙырып, Где ты мой новый герой, тип ҡысҡырып, таҫмалы магнитофонға ҡушылып йырлап бейегән мәлдәрҙе онотоу мөмкинме ни? Егеттәр бейергә оялыңҡырап торһалар ҙа (ҡыйыулыҡ өсөн биш-алты кешегә бер яртыны йыҡҡан да саҡтар булды), күҙҙәре менән ҡыҙ күҙләй: бынауы арыу күренә, оҙата барырмын, бәлки, рөхсәт итһә. Ҡалай ғына булһа ла, ул торғонлоҡ йылдарында әҙәп күберәк булды, оҙата барған ҡыҙыңдың биленә ҡулыңды һала алдың икән - булды, донъялағы иң бәхетле кеше һин, артығы кәрәкмәй.
Илкәнәй халҡы үткәндәргә кире ҡайтып әйләнгән, 1980 йылдар дискотекаһында клуб иҙәнен емерә яҙғансы бейегәндәр. Аҙаҡ кем кемде оҙатҡандыр - тарихҡа был билдәле түгел.
Читайте нас: