Все новости
Йәшәйеш
14 Января 2020, 17:40

КЕМГӘ - ҮЛЕМ, КЕМГӘ - КИЛЕМ

Үлгәнгә түгел, тере ҡалғандарға ауыр.

Үлеп китһәң дә ҡыйын хәҙер, хәйер, үлгәнгә түгел, тере ҡалғандарға ауыр. Яҡын кешеңде юғалтыу бер нәмә, ерләүгә бәйле мәшәҡәттәре үҙеңдең йәнеңде ала яҙа. Ауылдарҙа кешене күмер халыҡ ҡалмай башланы, улай-былай булып китһә, ер ҡаҙырҙайҙы ҡаланан килтерергә йәки, туған-тыумаса йыйылып, үҙҙәренә ҡаҙырға тура килә. Йәнә бер юлы бар: экскаватор трактор яллау. Хаҡы яҡынса 4-5 мең һум тора. Теге көн мулланан һораныҡ: мөслимдәргә ҡәберҙе тракторҙан ҡаҙҙырһаң буламы? Була, тине. Аҙаҡ, ҡәбер әҙер булғас, төшөп кемгәлер ләхет алырға ғына кәрәк. Тракторҙы килештермәй (мосолман зыяратына техника менән кереүе лә ҡыйын) ҡул менән эшләйем тип, ер ҡаҙырға кеше яллаһаң, 12 мең тирәһе һорайҙар, мосолман ҡәбере өсөн - 15 мең һум. Ни өсөн мосолмандыҡы күберәк - бында ләхет алаһы бар. Ҡәбергә тиклем барып еткәнсе лә мәшәҡәттәре йәһәннәм. Әҙәм балаһы үлеп киткәс, моргһыҙ булмай. Бында ла хаҡ һорайҙар. Нимәһе аптыратты: бер кешенән 5 мең алғандары булды, икенсеһенән 2 мең һум һоранылар. Әллә мәйеттең размерына ҡарайҙар инде, тип аптырғайныҡ. Йыуған өсөн фәлән һум, кейендергән өсөн төгән һум, тип бик оҫта һанап ултыралар, бында паталогоанатом түгел, ә бухгалтерҙар ултыра, тиерһең.
Беҙ ябай халыҡ, һәр ҡыбырлаған өсөн түләп өйрәнгәнбеҙ, тегеләй әйләнһәң дә давай тиҙәр, былай боролһаң да давай, әрепләшеп тормай сығара ла бирәбеҙ. Бигерәк тә, берәй туғаның үлеп ятҡанда аҡсаны усҡа йомоп, тиндәр һанап ултырып буламын ни – әҙәм ғүмеренең хаҡы булмай.
Әле генә билдәле булды: моргтар кешенән бөтөнләй аҡса алырға тейеш булмағандар, федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт ошо турала хәбәр итте. Күмертауҙа ла кеше тыуып тора, үлеп тора (ҡала моргына районда үлгәндәрҙе лә килтерәләр), мәйет килеп тора – аҡса кереп тора. Ритуал хеҙмәт менән кәсеп иткән бер нисә эшҡыуар - Беродар Батыров, Вера Фросина, Илья Иштыков - моргта булған ҡырын-мырын эштәрҙе белгән һәм, тотҡан да, ялыу яҙғандар. Ни өсөн яҙғандар, сөнки ошондай хәл арҡаһында үҙҙәре лә аҡса юғалта, морг быларҙың икмәген тартып ала бит.
Бәндә үлеп китеп тә өлгөрмәй, уның ишек төбөнә тып итеп ритуал салон кешеләре килеп тә баҫа – йыуайыҡмы, төрәйекме, бальзамлайыҡмы, табуттың ниндәйе кәрәк, таҫтамалдар ҙа бар, ләхет таҡталары тигеҙ, рубироид та яңы, кәфенлегебеҙ ҙә матур... Күмертауҙағы «Грааль» тип аталған йәмғиәт кешенең теге донъяға китеп барғанын һә тигәнсе белеп ҡала ла, шулай килеп етә икән. Ҡайҙан килгән уларға күрәҙәселек һәләте? Вафат булыу тураһындағы хәбәрҙе, морг кешеләре хәбәр итеп торған тиҙәр. Әлбиттә, «Грааль» етәксеһе быларҙы кире ҡаға, кем ялыу яҙған, шуларҙың үҙҙәрен ғәйепләй: бөтә үлем-китем баҙарын үҙҙәре баҫып алдылар, эшләргә хут юҡ...
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт Күмертау моргына уставтарына киҫекмәҫтән үҙгәреш керетергә ҡушҡан: түләүле хеҙмәттәр тигән пункттар бөтөнләй булмаҫҡа тейеш.
Коммуналь хеҙмәттәр, телефон элемтәһе, ашамлыҡ, тауарҙар – барыһына ла хаҡ арта, рәхмәт ФАС хеҙмәтенә, үлемдә булһа ла аҙыраҡ экономларға форсат бирҙе.
Читайте нас: