Все новости
Йәшәйеш
17 Января 2020, 15:00

Кемгә бирәләр?

Былтыр, теүәл бер йыл элек, Күмертау арыу ғына шаулап алғайны. Йылылыҡ өсөн түләргә тигән квитанцияла ҡот осмалы цифраны күргәндән һуң йығылып китә яҙҙыҡ та, иҫте йыйғас, күмәкләп митингыға сыҡҡайныҡ.

Былтыр, теүәл бер йыл элек, Күмертау арыу ғына шаулап алғайны. Йылылыҡ өсөн түләргә тигән квитанцияла ҡот осмалы цифраны күргәндән һуң йығылып китә яҙҙыҡ та, иҫте йыйғас, күмәкләп митингыға сыҡҡайныҡ. Ошо шаулашыуҙың фәтүәһе булды ахыры - ул саҡтағы башлығыбыҙ, хәҙер инде министрыбыҙ Б. Беляев йылылыҡҡа түләгән «артыҡ» аҡсаны кире ҡайтарабыҙ, тине. Иҫәпләгес приборҙар дөрөҫ эшләмәгән икән, шуға беҙҙән аҡсаны ныҡ шаҡарғандар. Күмертау халҡына кире ҡайтарыла торған сумма ҙур ғына - 70 миллион һум. Хәҙер баш ват та ултыр: аҡсаны бөтәһенә лә бирәләрме әллә митингыға кем сыҡҡан шуға ғынамы?
Был турала «Күмертау Йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәтенә шылтыратып белештек. Әммә унда беҙгә тиҙ генә яуап бирерлек кеше табылманы һәм бер нисә көндән генә ҡыҫҡаса рәсми яуап биреү менән сикләнделәр. Түбәндә бирелгән яуаптарынан күренеүенсә, беҙ көткән ул 70 млн һум аҡсаны улар беҙгә әллә ҡасан уҡ кире ҡайтарып бөткән булып сыға.
- 2019 йылда йылылыҡ буйынса комуналь хеҙмәт түләүҙе йылы биреү осоронда ғына түләүгә күсеү сәбәпле, 2020 йылдың ғинуарында 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып тура килешеүҙә торған күп фатирлы йорттарҙа 2019 йыл өсөн йылылыҡҡа коммуналь түләү размерына корректировка эшләне. Был күп фатирлы йорттар «Көнсығыш», «Пушкин», «Үҙәк» йәмғиәттәре идаралығына ҡарай. 7-се һәм 9-сы «Ремонт-эксплуатация идаралығы»на ҡараған күп фатирлы йорттарҙа 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып 31 майға тиклем осор өсөн корректировканы идаралыҡ компанияһы өҫтәмә иҫәпләү үткәрҙе. 2019 йылдың 1 июненән, күп фатирлы йорттар тура килешеүгә күскән саҡтан, «Күмертау Йылылыҡ селтәрҙәре» корректировканы аҡсаны кире ҡайтарыу ысулы менән эшләне. Шулай итеп, 2019 йыл эсендә «Күмертау Йылылыҡ селтәрҙәре» 74,5 млн һум аҡсаны кире ҡайтарҙы. Күп фатирлы йорттарҙың береһенә лә өҫтәп иҫәпләү яһалманы. 2019 йылдың ғинуарынан алып сентябренә тиклемге осор өсөн 12-се «Ремонт-эксплуатация идаралығы»на ҡараған күп фатирлы йорттарҙа идаралыҡ компанияһы 2019 йылдың октябрь-декабрендә үк корректировка эшләне.

2020 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең уртаса күләме яҡынса 3,6% арта, тиелә Рәсәй хөкүмәте бойороғонда.
Тарифтарҙың 3,6-4,9% артыуы илдең күпселек төбәктәре өсөн хас, тип билдәләнә документта.
Быйыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары бөтәһенән дә нығыраҡ Чечен Республикаһында (6,5%), Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында (5,4%) һәм Дағстан Республикаһында (5,2%) ҡиммәтләнә.
Һәм, киреһенсә, Ненец автономиялы округында йәшәүселәр өсөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 2,4% ғына арттырыла.
Уның ҡарауы, Мәскәүҙә йылдың икенсе яртыһында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү уртаса 5% арта. Мәскәү өлкәһендә — 4,1%, Санкт-Петербургта — 3,8%.
Инфляцияның күтәрелеүе сәбәпле 2020 йылдың беренсе ярты йыллығында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары арттырылмай.
Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларға тарифтарҙы үҙаллы арттырған өсөн штраф һала башлауҙары ихтимал.
Дәүләт Думаһында әле ошо мәсьәлә өйрәнелә. Быйыл уның буйынса закон проекты әҙерләп хөкүмәткә тапшырыу ҡарала. Министрҙар Кабинеты документты өйрәнеп сентябрь айында кире парламентҡа бирергә тейеш.
Депутаттар әйтеүенсә, ғәмәлдәге Торлаҡ кодексында был мәсьәлә көйләнмәгән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларҙың тарифтарҙы үҙаллы арттырыу осраҡтары йыш күренеш.
Читайте нас: