Все новости
Йәшәйеш
20 Января 2020, 12:55

Сирһеҙ йәшәргә булһын

Егерме беренсе быуатта йәшәйбеҙ, элекке һымаҡ староверҙар өйҙәрендә мосолмандарға һыу һалып бирергә махсус сүмес тотмай, беҙ христиан байрамында Воскрес тип әйтә алабыҙ, күкәй ҙә ашайбыҙ. Христиандар ҙа мосолмандарҙы ҙур байрамдарҙа ихлас ҡотлай.

Бына кисә Керәщен байрамында ҡайһы берәүҙәр башҡорт-татарбыҙ тип ҡарап торманы, боҙло һыуға рәхәтләнеп сумды. Ошолайтһаң, йыл буйы сырхау күрмәҫбеҙ тигән уй ҙа булғандыр. Ҡойоға һикереүҙән тыш, банка-шешәләргә һыу тултырғандар ҙа булғандыр - был көндәрҙә алынған һыу боҙолмай, уны эсһәң, барлыҡ ауырыуҙар юҡҡа сыға тиҙәр. Ҡалай булһа, барыһы ла хәйерлегә булһын: сирҙең ни икәнен дә белмәй йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: