Все новости
Йәшәйеш
24 Января 2020, 11:35

Айырылыуҙар күп

Ғаилә - ил тотҡаһы. Был төшөнсәне беҙгә бәләкәйҙән тыҡып үҫтерҙеләр Ғаиләләр ныҡ икән, ил дә ныҡ. Тик һуңғы ваҡытта был ҡиммәттәр, башҡа күптәре кеүек, баһаһын юғалтты.

Ғаилә - ил тотҡаһы. Был төшөнсәне беҙгә бәләкәйҙән тыҡып үҫтерҙеләр Ғаиләләр ныҡ икән, ил дә ныҡ. Тик һуңғы ваҡытта был ҡиммәттәр, башҡа күптәре кеүек, баһаһын юғалтты. Шулай ҙа хөкүмәтебеҙ ғаиләләрҙе ныҡ итеү, ир менән ҡатын айырылмаһын өсөн күп эштәр башҡара. Хатта бер йылды Ғаилә йылы тип иғлан иттеләр. Был атамалы йыл ил ғаиләләренә ярҙам иттеме икән – ил башлығы ошо йылда үҙе айырылып ҡуйҙы.
Бер ваҡыт район башлығы ЗАГС-ты әрләй: айырылам тип килгәндәргә әйтегеҙ, бергә йәшәһендәр, өгөтләгеҙ, инәлегеҙ, балалар етем ҡала ла баһа. Быға ЗАГС ошолайыраҡ яуап бирҙе: ил түрәләре айырылғанда, кешеләрҙе бергә йәшәгеҙ тип өндәүе ауыр.
Ил етәкселегенең өлгөһө ғәйеплеме, башҡа сәбәп бармы, районыбыҙ айырылыуҙар буйынса һаман алда бара: былтыр Көйөргәҙелә 64 пар ҡауышҡан, 71-е айырылышҡан. Күмертауҙа хәлдәр яҡшыраҡ - – 366 пар никахлашҡан, 237-һенең юлдары төрлө яҡҡа киткән.
Светлана ИВАНОВА, район ЗАГС бүлеге начальнигы:
- Үткән йыл районда 71 айырылышыу осрағы теркәлде. Әммә был аныҡ һан түгел, сөнки проблеманың үҙ әтнәкәләре күп. Шулай ҙа, үткән йылдар менән сағыштырғанда, 2019 йылда айырылышыуҙар кәмене. Быға аптырарлыҡ түгел - кешеләр һаны йылдан-йыл аҙая бара. Мәҫәлән, 2016 йылда 105 айырылышыу теркәлһә, 2017 йылда – 84, 2018 йылда был һан 80 булған. Хәҙер ғаиләләр араларын суд аша өҙгәс, айырылышыуҙарының сәбәптәрен ЗАГС бүлектәре бик белмәй. Әгәр был һорау менән беҙгә килһәләр, беҙ һис шикһеҙ сәбәптәрен һорашабыҙ, ошо аҙымға барған кешеләргә уйҙарынан кире ҡайтырға кәрәклеген аңлатабыҙ.
Ғаиләнең тарҡалыуының төп сәбәбе эшһеҙлектәндер, тип уйлайым. Ир йәки ҡатын кешенең эскегә һалышыуы ла быға сәбәпсе. Ситкә эш эҙләп киткән ғаиләләр тарҡалыуы ла йыш күҙәтелә.
Наталья САВЕНКОВА, райондың “Ғаилә” үҙәге етәксеһе:
- Хәҙерге йәштәр үҙ-ара боҙолошоп китһәләр айырылышыу яғын ғына ҡарайҙар. Бының төп сәбәптәренең береһе булып йәш көйөнсә өйләнешеүҙәрҙер, тип уйлайым. Йәштәр бер-береһенә өйрәнеп өлгөрмәй балалары тыуа, был да улар өсөн ниндәйҙер көтөлмәгәнерәк мәшәҡәт була. Икенсенән, эшһеҙлек тә үҙ ролен уйнамай ҡалмай, аҡсаһыҙлыҡ айырылышыуға илтә. Бер-береһен ишетмәү, мин минлек кеүек һыҙаттар ҙа йәштәргә татыу ғаилә ҡороуға ҡамасаулай. Шунан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәрҙе һанға һуҡмауы, көслө заттарҙы икенсе планға ҡуйыуҙары ла ғаиләне биҙәмәй.

Читайте нас: