Все новости
Йәшәйеш
28 Января 2020, 11:30

Пакуй юҡ

Кешегә ай ҙа ярамай, ҡояш та ярамай. Районда бер нисә ергә ҡысҡырта торған ҡорамалдар ҡуйҙылар - улай-былай булһа, громкоговоритель аша халыҡты иҫкәртергә тип ҡуйҙылар.

Кешегә ай ҙа ярамай, ҡояш та ярамай. Районда бер нисә ергә ҡысҡырта торған ҡорамалдар ҡуйҙылар - улай-былай булһа, громкоговоритель аша халыҡты иҫкәртергә тип ҡуйҙылар. Был ҡорамалдар бер йылдан артыҡ һөйләп тора, уға тиклем дә торғандар, алты йыл буйына, тик өндәшмәй торғандар, береһе лә ҡысҡырығыҙ тип әйтмәгән. Бына бер йылдан ашыу инде граждандар хәүефен уйлап, эшләтә башланылар. Ҡысҡырғыстар Бөгөлсәнгә лә ҡуйылды, яндарында ғына Ағиҙел аға, һыу баҫыу хәүефе ҙур, кешеләрҙе, ваҡытында иҫкәртеп, бәләнән ҡотҡарайыҡ тигәндәр. Шулайын шулай ҙа, хәҙер был ҡорамал аша гел ҡысҡырып: бөгөн буран була, иртәгә ямғыр ҡатыш ҡар яуа тип әйтеп тороуҙары Бөгөлсән халҡының маҙаһына тейгән - алып ташлағыҙ был әйберҙәрегеҙҙе, пакуй юҡ. Төш мәле тип тормай, иртә тип тормай, тора ла аҡыра башлай, тертләп китәбеҙ хатта. ЕДДС-ҡа шылтыраттыҡ. Беҙ генә һөйләмәйбеҙ бынан, сиренаһын да беҙ генә ебәрмәйбеҙ, Өфө лә, Мәскәү ҙә һөйләй ала, беҙҙән рөхсәт алып тормай, тота ла ҡысҡыра башлауы ихтимал, тинеләр. Кеше ҡыҙыҡ инде, быйыл Иркутскта булған хәлде иҫкә төшөрөгөҙ, берәй мәл төндә юрған аҫтығыҙға һыу тула башлағансы уҡ тауышланып уятһалар, ҡысҡырған өсөн бик тә рәхмәт әйтер инегеҙ.
Читайте нас: