Все новости
Йәшәйеш
5 Февраля 2020, 14:53

Ҡаш төҙәтеү

Йәшәйһеңме, йәшәй бирәһең, нимәлер эшләйһең, ҡайҙалыр яңғылышаһың, тормош шулай була икән тип тик йөрөйһөң. Ҡай саҡ кемдер әйткән һүҙҙәр, шулай ҙа, ныҡ уйға һала, теге саҡ дөрөҫ ҡарар ҡылдым тип уйлай инем, бына әле, кемдеңдер һүҙҙәренән һуң, әллә яңғылышлыҡ булдымы икән, тигән уй килә. Ҡаш төҙәттем тигәнең, күҙ сығарыуға бәрәбәр булманымы икән?

Бер көн Абдул ауылына һуғылдыҡ: фермалар нисек эшләй икән бында? Урта йәштәрҙәге ир, һынап ҡарап торҙо ла, әйтте:
- Үпкәләмәһәгеҙ, бер һүҙ бар ине. Бына һеҙ шул ауылда шунса йортта самогон һаталар тип яҙҙығыҙ. Һатҡан кешенең исеме күрһәтелмәгән. Һеҙ быны дөрөҫ алым тип уйлағанһығыҙҙыр (эскелеккә ҡаршы көрәшеү хәҙер модала), ләкин дөрөҫ түгел был. Ҡорбан салһалар, хәлле, изге йәнле кеше салған иттең күпмелер өлөшөн ауылдағы берәй мохтаж бәндәнең тупһаһы янына элеп китә. Итте кем килтергәнен береһе лә белмәй, был эште ул барыһы ла йоҡлағанда, таң һарыһында, эшләй. Бисара күҙен тырнап йортонан сыҡһа, ит аҫылынып тора. Бик ҡыуана ул быға, рәхмәттәрен уҡый. Тик рәхмәт әйткән кешене - адресатты белмәй бит. Теге кешеме икән тип фаразлай, быныһымы икән тип баш вата. Шулай итеп ул яҡты уйҙарын бер нисә кешегә тарата. Ә һеҙ самогонды бер нисә йорт һата тигәс, ауыл халҡы, киреһенсә, ҡара уй тарата: был кеше һатамы икән әллә тегенеһеме? Ҡара уй бер зыяны ла булмаған кешегә ҡағылыуы ихтимал.
...Ҡаш төҙәтергә тырышҡан мәлдәр күп булды, бәлки, ҡайһы саҡ күҙгә лә хилафлыҡ килгәндер. Ағайҙың фәлсәфәһе ныҡ уйға һалды.
Читайте нас: