Все новости
Йәшәйеш
6 Февраля 2020, 17:21

Йәтеш

Госуслугаға керә алмай бер булды бер егет, инде генә паролде яңыртып, рәтләп алһа, бер аҙҙан йәнә онота ла ҡуя - хәтере ташҡа үлсәйем, эштәр былай барһа, ҡартайғас нимә эшләр – аптыраҡ.

Госуслугаға керә алмай бер булды бер егет, инде генә паролде яңыртып, рәтләп алһа, бер аҙҙан йәнә онота ла ҡуя - хәтере ташҡа үлсәйем, эштәр былай барһа, ҡартайғас нимә эшләр – аптыраҡ. Бына бөгөн, әллә күпме ваҡыт үткәс, өсөнсөгә йәнә паролде барып яңыртып килде һәм Госуслуганың төрлө тишек-тошоғона кереп ҡарай башланы. Уныһын асыу менән һөйөнсө көткән - һалымдары апаруҡ йыйылып киткән дә баһа, ҡороғор. Теге саҡ карточкаһына арест һалғайнылар - коммуналкаһын ваҡытында түләмәгән өсөн, бер ай эсендә һыпыртып аҡсаһын талап алдылар, приставтарҙан ҡасып ҡотолоп буламы ни, карточкаһынан, һорап та тормай, анһат ҡына систе лә алдылар, тик Госуслугала һаман шунса сумма должен тип тора. Йән көйөгө. Түләнем бит инде, аҡсаны алдығыҙ, тип пристав тупһаларын йәнә әллә күпме тапарға тура килерме икән, бер ваҡыт ошондай хәл булғайны, приставтарын урындарында тотоп та булмай, шылтыратһаң да алмайҙар, бына ғәләмәт, биргән аҡсаңды ла бирҙем тип иҫбатлай алмай ҙа йөрө. Алырға тигәндә һәғәттәр, бирергә тигәндә ҡан илаталар – алимент ала алмай яфа сиккән күпме ҡатын-ҡыҙ зарланып бер була.
Пенсияһын ҡараһын әле, ун йылдан артыҡ стажы бар, күпме һумды шаҡарҙылар икән. Атаҡ, пенсия фондына йылына матур ғына сумма күсеп тора икән, заморозка тип дәүләт күпмеһендер һыпырҙы, халыҡты таланы тип яҙҙылар, уның әтнәкәләренә төшөнөп етмәй егет, суҡынһындар, пенсияға тиклем йыраҡ, унан килеп, әллә барып етеп була ул йәшкә, әллә юҡ. Күреп тора: ирҙәр араһында 65-кә етеү түгел, 40-ҡа ла етә алмай үлгәндәр күбәйҙе - йә инфаркт, йә инсульт. Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ тигән нацпроект ниңә уйлап сығармайҙар икән? Путин аҙна һайын кәңәшмә йыйһын ине: ирҙәрҙе яҡлау йәһәтенән был аҙнала нимәләр эшләнегеҙ тип министрҙарҙы һүкһен ине. Ул үҙе ныҡлап тотонһа, эшләй торғандар, ана, Конституцияны яңыртырға кәрәк тип әйтеүе булды, шунда уҡ эшкә керештеләр, өс айҙа эште бөтөрәбеҙ тинеләр, ошоңарсы, төртөп күрһәткәнсе, Конституцияның алама булғанын үҙҙәре белмәй йөрөнөмө икән? Ирҙәрҙе ҡәҙерләүгә мотлаҡ Себерҙә йөрөгәндәрҙе лә керетһендәр ине, аҡса тип шунда сығып китәләр ҙә, әйҙә, ғаилә тарҡала, ҡатындар аҙа, ирҙәрҙең һаулығы бөтә. Ауылда никтыуҙым тип эсеп ятҡандарҙы ла керетергә кәрәк – тап-таҙа ир, ә башын шешәгә тыҡҡан, айнытып, дауалап алһаң, бала табырға эшкинә әле, бер юлы теге демография нацпроекты ла алға китер ине. Ирҙәрҙе бушлай санаторий-фәләнгә ебәрһендәр, юҡһа, йығылып киткәнсе балнисҡа бармай йөрөй, санаторий-профилакторий-курорттарҙа баштан аяҡ тикшерһендәр үҙҙәрен, дауалаһындар.
Пенсия тигәндән, үлеп-фәлән китһә, пенсияға тип йыйылған аҡсаны балаларына бирһәләр була ине инде, фондҡа ҙур ғына сумманы күсереп баралар ҙа баһа, исмаһам, яҡшы бер мираҫ ҡалыр ине балаларға үҙенән, кредит тип тә йонсомаҫтар ине. Бирмәйҙәрҙер ул, дәүләт алйот түгел, үлеп китһә, ерләүгә тигән тейешле аҙ-маҙ аҡсаны ла ала алмай ыҙаланғандарын ишеткәне бар.
Госуслуга бына ниндәй уйҙар уятты. Был ғәләмәтте кешегә уңайлы булһын тип уйлап тапҡандарҙыр инде. Уңайлы шул, хеҙмәте өсөн аҡса ла һорамай, йәтеш. Ирҙәр менән дә йыш шулай: услуга күрһәтте лә китте лә барҙы- йәтеш.
...Мораптал ауыл биләмәһендә пенсияла булған ҡатындар һаны 445. Ирҙәр - 211
Читайте нас: