Все новости
Йәшәйеш
7 Февраля 2020, 12:33

Тиҙҙән өй туйлайбыҙ

«Все испортил квартирный вопрос», - тигән Воланд М. Булгаковтың үлемһеҙ романында. Күмертауҙа ла фатир мәсәләһе күп нәмәне боҙа. Мәҫәлән, әллә нисәмә халыҡ ятаҡтарҙа ғүмер һөрә, ә бындағы тормош тормошмо инде.

«Все испортил квартирный вопрос», - тигән Воланд М. Булгаковтың үлемһеҙ романында. Күмертауҙа ла фатир мәсәләһе күп нәмәне боҙа. Мәҫәлән, әллә нисәмә халыҡ ятаҡтарҙа ғүмер һөрә, ә бындағы тормош тормошмо инде.
Бер йылы бөтөн ятаҡтарҙы күп фатирлы йорт итергә, тип дәртләнде ҡала властары, «Юность» фатирлы йортҡа әйләнеп өлгөрҙө, ҡалған общактар шул көйө, бысраҡ бәҙрәфле, ҡот осмалы душлы, ҡауғасыл күршеле килеш һәм ҙур суммалы коммуналкаһы менән общак килеш тороп ҡалды.
Әмәлгә ҡалғандай, ПТУ-лар ябыла башланы, уларҙан һуң ятаҡтар ҙа буш тороп ҡалды. 33-сө училище аҙаҡҡығаса тере ҡалырға тырышып көрәште, тик заман елдәре уны ла аяҡтан йыҡты. Училищеның Палатников урамындағы ятағын фатирлы йорт итергә булдылар. Бында бөтәһе 14 фатир буласаҡ. Йыраҡлыҡҡа үҙәктән йыраҡ инде, шулай ҙа ятаҡтан арыуыраҡ булыр. Бына ҡала башлығы Олег Фролов фатир асҡыстарын ҡасан тапшыра башлайым тип, был бинаға үҙе аяҡ баҫты. Күргәне менән ҡәнәғәт ҡалды, тимәк, тиҙҙән өй туйлайбыҙ.
Әйткәндәй, Күмертау ҡалаһында урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙың хәле, ундағы шарттар тураһында «Юшатыр» гәзите күп тапҡырҙар яҙғаны булды. Дөйөм ятаҡ тиһәң дөрөҫ тә түгел ул, сөнки беҙҙең ҡалала күптән инде бер генә лә дөйөм ятаҡ юҡ, уларҙың барыһы ла әллә ҡасан уҡ күп фатирлы йорт статусы алған. Статус алыуын алған, әммә һаман да шул уҡ дөйөм ятаҡ булып ҡалған. Күп тапҡырҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүсе етәкселәрҙән: «Ни өсөн дөйөм ятаҡтар күп фатирлы йорт тип атала ул?» - тигән һорауҙы биреп ҡараған булды. Тик был һорауға бер ҡасан да, бер кемдән дә яуап алып булманы. Уларҙың барыһы ла яурындарын һелкеп кенә ҡуйҙы. Олег Фроловтың интернет селтәрендәге битләүендә лә ошо һорауҙы биргәндәр ине. Шулай уҡ яуап биреүсе булманы...

Читайте нас: