Все новости
Йәшәйеш
11 Февраля 2020, 12:26

Барыһына ла рәхмәт уҡый

Павловка ауылында ла 5 февраль көнө насос янып сыға. Икенсе көнөнә үк, тиҙләтеп, бындағы насосты эшләп тә ҡуялар.

Павловка ауылында ла 5 февраль көнө насос янып сыға. Икенсе көнөнә үк, тиҙләтеп, бындағы насосты эшләп тә ҡуялар. Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Леонидович Ворошилов был эштә ҙур ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт уҡый. «Машхимтрейд» йәмғиәте директоры И. В. Ступинға, шәхси эшҡыуар А.Р. Күсәрбаевҡа, Павловка старостаһы И.В. Леонтьевҡа һәм шулай уҡ ярҙамға килеп еткән башҡаларға бигерәк рәхмәтле ул. «Ярай әле шәхси эшҡыуар Альберт Күсәрбаев насосҡа двигатель алыр өсөн 46 мең һум аҡса менән ярҙам итеп ебәрҙе», - тип ҡыуанысын йәшермәй силсәүит башлығы.
Читайте нас: