Все новости
Йәшәйеш
15 Февраля 2020, 23:20

Үлгәнгә күпме тейеш?

Теге саҡ ерләү эштәре менән махсус ойошма шөғөлләнә башлаясаҡ тигән хәбәр баҫҡандан һуң ай-вай күп булғайны, хәҙер кешенән ошо сумма аҡса ала башлаясаҡтармы икән тип күҙ аҡайҙы.

Мәрхүмдең балалары, туғандары йә яҡындары булһа, ерләү хаҡы - 7043 һум 53 тин.
Ерләү өсөн документтар юллау хеҙмәте – буш.
Ерләү өсөн кәрәкле әйберҙәр алып килеү – 2437 һум.
Мәйетте зыяратҡа алып барыу – 1685 һум.
Ерләү – 2921 һум.
Мәрхүмдең туғандары, яҡындары булмаһа ерләү хаҡы - 7043 һум 53 тин:
Ерләү өсөн документтар юллау хеҙмәте – буш.
Кәфенгә төрөү – 393,39 һум.
Табут алып килеү – 2300,53 һум.
Мәйетте зыяратҡа алып барыу – 1592,38 һум.
Ерләү – 2757,29 һум.
Ошолайтып яҙылған документ ҡулға эләгеү менән, күҙгә аҡ-ҡара күренмәй, район башлығының иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Айрат Венер улы Зөбәйеров янына ашыҡтыҡ. Теге саҡ ерләү эштәре менән махсус ойошма шөғөлләнә башлаясаҡ тигән хәбәр баҫҡандан һуң ай-вай күп булғайны, хәҙер кешенән ошо сумма аҡса ала башлаясаҡтармы икән тип күҙ аҡайҙы. Юҡҡа әпәләнгәнбеҙ, был аҡсалар, киреһенсә, мәрхүмдең туғандарына бирелергә тейеш сумма икән. Аҡайған күҙҙәр кире нормаль хәленә ҡайтты.
Мәрхүмде ерләгән өсөн уның туғандары әллә күпме аҡса түкһә лә, дәүләт уның иң яҡын туғанына ошо сумманан күберәк аҡса бирмәйәсәк барыбер, тигәнде аңлата юғарылағы һандар.
Хоҙай күрһәтмәһен инде, әммә ҡапыл ғына берәй яҡын туғаның мәрхүм булып ҡуйһа, уныһына ла, быныһына ла күп кенә аҡса түгергә тура киләсәк. Кемдәр бындай хәлгә тарыған, улар быны яҡшы белә, әлбиттә. Әгәр тап ошо ваҡытта аҡсаң юҡ икән, нишләргә һуң? Мәрхүм булған кешенең иҫәбендә аҙмы-күпме аҡса барҙыр ҙа ул, тик уны 6 ай үткәс кенә законлы вариҫы ғына алыу мөмкинлегенә эйә. Ә һиңә аҡса хәҙер кәрәк. Шуға күрә, баҡыйлыҡҡа киткән кешене ерләү эштәрен башҡарыр өсөн аҡсаң булмаған осраҡта, берәй танышыңдан йә банктан аҡса алып торорға тура киләсәк. 2 аҙна эсендә бөтә чектарыңды йыйып, күрһәтеп, был аҡсаны мәрхүм булған кешенең иҫәбенән алырға мөмкин икән. «Был турала бер кем дә белмәй. Мин һәр ваҡыт кешеләргә ошо турала аңлатып торам. Белһендәр, гәзиткә лә яҙығыҙ», - ти был хаҡта Ермолаеволағы ритуал салондың хужаһы Вера Фросина.
Читайте нас: