Все новости
Йәшәйеш
28 Февраля 2020, 12:00

Әл дә әле ауыл бар

Ауыл менән ҡала араһында үтә тормош. Әлегә ауылдар бар, тимәк, унда һине һағынып көтөп, ҡайғыртып торған туғандар ҙа бар...

Ауыл менән ҡала араһында үтә тормош. Әлегә ауылдар бар, тимәк, унда һине һағынып көтөп, ҡайғыртып торған туғандар ҙа бар. Бик йыш шулай була: күстәнәстәреңде тейәп (һөт, ит, ҡаймаҡ, күкәй) юлға сығаһың, әпәләнеп, нимәңделер онотаһың да ҡалдыраһың. Был саҡта кире боролоп тормайһың, кире боролһаң, юлың уңмай, тиҙәр. Тик бына телефоның тороп ҡалған булһа ғына, бер нимәгә ҡарамаҫтан, рулде, доғаларҙы уҡый-уҡый, кирегә тартаһың - телефонһыҙ ашау-ашау, йоҡо-йоҡо булмай. Онотоу - яҡшы ғәҙәт түгел, шулай ҙа ул ҡай саҡ тик яҡшылыҡҡа ғына була. Тимербайҙа бер матур ҡыҙ бала үҙе һымаҡ матур ҡурсағын өләсәһендә онотоп ҡалдырған. Ҙур ҡайғы түгел, икенсе тапҡыр килгәнсе һағынып көтөп торор, ауылда рәхәт бит, тыныс, шаулы ҡала тормошонан ҡолағы ял итеп торор, етмәһә, янында яғымлы өләсәй була. Ҡыҙыҡай, икенсе ялда килһә, ҡурсағын танымай торған - башында йылы башлыҡ, өҫтөндә бер ниндәй магазинда ла табып булмаған кофта, юбка, ҡулына ҡупшы кәрзин тотҡан. Ейәнсәре булмаған арала өләсәһе уның ҡыҙын шулай кейендергән-төҙәндергән. Ҡыҙ баланың шатлығы икеләтә артҡан - әл дә өләсәһе бар, үҙен дә, ҡурсағын да ҡайғырта. Йәшәһен ауыл, йәшәһен өләсәйҙәр.

Читайте нас: