- Санаторийҙар, отелдәр, ҡунаҡ өйҙәре — бөтәһе лә 1 июнгә тиклем ябылып бөттөләр. Күп халыҡ, йәғни туристарҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнеүселәр эшһеҙ ҡалды. Бик күп хеҙмәткәрҙәрҙе «без содержания»ға ебәрҙеләр. Беҙҙең күпселек түрәләргә Федераль закон «не почем». Ике аҙна ҡаты карантин булды. Был аҙнанан башлап сәғәт 10.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем үҙ эштәрең буйынса (банкка, поликлиникаға) йөрөргә була. Ял көндәрендә баҙарҙар эшләй башлай. Автобустар 6.00 — 9.00 һәм 17.00 — 20.00 сәғәт арауығында ғына йөрөй. Шулай. Белеүегеҙсә, Сочи — тик туризмдан торған ҡала. Туристар булмағас, эш тә юҡ. Шуға күрә ни эшләйһең, өйҙә тик кенә ултырырға тура килә, - ти Илүзә Тоҡомбәтова.