Күмертау халҡы берәҙәк эттәр менән яҡын таныш. Улар Үҙәк баҙар тирәһендә өйөрө менән тулып йөрөйҙәр. Ошо тирәлә, БАССР-ҙың 60 йыллығы урамының 3-сө һанлы йортонда, йәшәүселәр был проблема менән күптән көрәшәләр. Көрәшеп-көрәшеп тә һөҙөмтә булмағас, улар аптырап, Республика Башлығы Радий Хәбировҡа өндәшергә мәжбүр булалар.
Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов түбәндәге мәғлүмәт менән бүлеште:
- Районда берәҙәк эттәрҙе аулау менән бер шәхси эшҡыуар шөғөлләнде. Уның менән бер кварталға килешеү төҙөлгәйне. Әле тағы ла конкурс иғлан иттек. Әйтергә кәрәк, был хеҙмәт менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе табыуы ҡыйын. Сөнки уларға бындай эш бер ниндәй килем килтермәй. Эттәрҙе аулау өсөн таблеткалары ҡыйбат, шулай уҡ стерилизация эшләү һәм башҡа хеҙмәттәр әллә күпме сығымдар талап итә. Ул эш өсөн әллә ни күп аҡса ла бүленмәй. Әле бына республика буйынса 64 млн һум аҡса бүленде. Беҙҙең районға 800 мең һум тирәһе аҡса киләсәк. Конкурс үткән ойошма ошо суммаға барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығырға бурыслы.
Тулы мәғлүмәт гәзитебеҙҙең 33-сө һанында.