Все новости
Йәшәйеш
19 Мая 2020, 14:41

Ҡыуабыҙ

Бөтә илде яулап алдыКоронавирус аждаһы,«Һә» тигәнсе артта ҡалдыҒүмерҙең йәмле сағы.#COVID19 #CoronaUpdate #карантин

Бөтә илде яулап алды
Коронавирус аждаһы,
«Һә» тигәнсе артта ҡалды
Ғүмерҙең йәмле сағы.
Бер кемгә лә эләкмәһен
Был ауырыу язаһы,
Бөтөнләйгә юҡҡа сыҡһын
Шул ажданың усағы.
Илебеҙҙә тынғыһыҙ
Ҡурҡып өйҙән сыҡмайбыҙ,
Ситтән тороп эшләйбеҙ,
Ҡунаҡҡа йөрөмәйбеҙ.
Үҙебеҙҙе һаҡлайбыҙ,
Бүтәндәрҙе хуплайбыҙ,
Мәсьәләне аңлайбыҙ,
Хужаларҙы тыңлайбыҙ.
Ярҙам ҡулын һуҙабыҙ,
Бөтә көстө һалабыҙ.
Ауырыуҙы еңәбеҙ,
Илебеҙҙән ҡыуабыҙ.
Ирина ИШҠОЛОВА
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: