Все новости
Йәшәйеш
26 Мая 2020, 16:30

Балаларым - алмаларым…

Ҡыҙыл алмаларым тәгәрәшепТәлгәшенән көҙөн ҡойола.Һәр әсәгә ғәзиз балаларыАлма кеүек тәмле тойола.

Ап-аҡ сәскә атты алмағасым,
Күркәмләнеп китте баҡсалар.
Ергә тәгәрәшкән алмаларҙы
Килеп йыйыр көҙөн балалар.
Балаларым, минең алмаларым,
Алманан да татлы ейәнем.
Ейәнемде бар доньянан артыҡ
Яратамын өҙлөп һөйәмен.
Ҡолонсағым, минең күҙ нурҡайым,
Бәхетле үҫ, атай-әсәйле.
Алһыу алмаларҙай татлы яҙмыш
Көтһөн һине ерҙә, йәшәһен.
Ҡыҙыл алмаларым тәгәрәшеп
Тәлгәшенән көҙөн ҡойола.
Һәр әсәгә ғәзиз балалары
Алма кеүек тәмле тойола.
Замира БИКБУЛАТОВА
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: