Все новости
Йәшәйеш
30 Мая 2020, 12:00

Ыҙғыш ҡайғыһы юҡ

Бөтә илгә килгән афәт ваҡытында халыҡ үҙгәреп китте. Кешеләрҙә яҡшы яҡҡа боролош һиҙҙем. Бер осор ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй кеүек булып киткәйне, юғиһә.#COVID19 #CoronaUpdate #карантин #самоизоляция#коронавирус

Лена МЫРҘАҒОЛОВА, Түкән ауылы старостаһы:
- Ысынлап та, бөтә илгә килгән афәт ваҡытында халыҡ үҙгәреп китте. Кешеләрҙә яҡшы яҡҡа боролош һиҙҙем. Бер осор ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй кеүек булып киткәйне, юғиһә. Хәҙер, киреһенсә, халыҡта бер-береһенә ярҙамлашыу, илтифатлыҡ артты. Әҙәм балалары тормоштоң ҡәҙерен белә башланы, бигерәк тә оло йәштәгеләргә иғтибар күбәйҙе.
Үҙаллы изоляцияны ауылыбыҙ тыныс ҡына үткәрҙе, әллә ҡурҡыу көслө булды, әллә контроль ныҡ булды, халыҡ санитар талаптарҙы теүәл үтәй. Ауыл советының яңы етәксеһе ир кеше бит хәҙер. Ул өндәшмәй генә йә эш, йә үҙенең шәхси машинаһында тәртипте тикшереп кенә тора. Йылдам инде, белмәй ҙә ҡалаһың килгәнен.
Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: