Көмөшкә һатҡан ауыл ҡараған ауыл советы хакимиәте башлығы:
- Һуңғы ваҡытта был ауылда көмөшкә һатыусылар кәмене. Ә был ханым, ысынлап та, шайтан ағыуы менән сауҙа итеүен дауам итә. Кәсебен туҡтатыуҙы талап итеп, һорау менән уға бер-нисә тапҡыр барҙыҡ. Матурлап аңлатып та, ныҡ итеп әрләп тә, киҫәтеп тә ҡараныҡ. Аҙыраҡ ҡына туҡтап тора ла, киренән башлай ошо кәсебен. Уны тотоуы ла ауыр, сөнки сит кешегә һатмай, ә үҙенең тәғәйен клиенттары бар. Ә улар уны һатмай. Был әҙәмдең ояты бер ҙә юҡтыр, кеше ҡарғышынан да ҡурҡмаған бәндә булып сыҡты. Әгәр элекке кеүек урамға алып сығып сыбыртҡы менән ярып булһа, аңлар ине, бәлки.