Все новости
Йәшәйеш
13 Июня 2020, 20:00

Ерҙән теләгәнде күктән бирҙе

Донъя шулай китте: ерҙән бирә торғанды күктәрҙән көтәбеҙ. Юғарыларға яҙылған ялыуҙар тураһында әйтеүебеҙ.

Шәбағыш та, башҡалар кеүек, һин дә мин йәшәп ята, уларҙың да бәләләре байтаҡ, шуларҙың береһе – һыу бәләһе. Насос йүнле эшләмәй, сөпөрләп кенә аҡҡан һыуҙа хатта ҡулды йыуып та булмай (телевизорҙан көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡулығыҙҙы һабынлап йышыраҡ йыуығыҙ тиҙәр, етмәһә). Февраль айынан бирле һыу менән проблема килеп сыҡты, тип яҙғандар шәбағыштар, - һыу йә була, йә бөтөнләй булмай, кер йыуам тиһәң дә, сәй эсәм тиһәң дә, бәлә. Ә бит тышта коронавирус. Эштән ҡайтҡас, ҡулды сайып та булмай.
Бындай ялыу булғас, билдәле, ул шунда уҡ республика башлығының инцидент программаһына эләгә. Кем белмәй: интернетта кемгәлер, нимәгәлер риза булмай берәй нәмә яҙҙыңмы, уны шунда уҡ инцидент программаһы күреп ҡала – проблема хәл ителәме-юҡмы, әммә реакция була. Был осраҡта ялыу яҙған кешегә уңыш йылмая: Көйөргәҙе районы башлығы һыу бәләһен шунда уҡ хәл итә. Баҡһаң, ауылдың һыу насосы ныҡ иҫкергән булған. Уны әйләнгән һайын ремонтлап торорға кәрәк булған. Майҙың утыҙында Шәбағышҡа өр-яңы насос ҡуйғандар. Башҡаса ауылды һыу проблемаһы борсомаҫ, тип ышаныс белдерә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
Тулы материал 47-се һанда.
Читайте нас: