Башҡортостан менән сағыштырып ҡарағанда, сүпте түгеү күрше Свердлов өлкәһендә ай һайын түләү уртаса 120 һум 6 тин; Татарстандың көнсығыш зонаһында – 95, 04 һум тәшкил итә.
Ырымбур өлкәһендә ҡыйҙы ташып түгеү һәм эшкәртеү 128 һумға барып төшә ине, 1 июлдән тариф 5 процентҡа арта. Удмурт Республикаһында күрһәткестәр беҙҙәге кеүек, күп ҡатлы йорттарға 98,39 һум булһа, шәхси өйҙә йәшәүсе өсөн 95 һум 11 тин иҫәпләнгән.