Ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов тапшырылған эштең сифатын барлап, булған кәмселектәрен подрядсыға еткерергә, төҙәтергә ҡушты. Ул йәмәғәт бәҙрәфенең эргә-тирәһен тәртипкә килтереү, юлдарҙы яҡтыртыу, декоратив ҡоймалар ҡуйыу кеүек мәсьәләләрҙе лә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беренсе көндән нисә кеше инеп сығыуын һорашып, Олег Юрьевич: «Ниңә лента менән шарҙар таҡманығыҙ һуң, беҙҙең халыҡ тантаналы биҙәлешкә ҡарап, “әһә, бында яңы ғына асылғандар икән” тип яңы урындарҙы күреп сыға ул», - тип мәрәкәләп тә алды.