Рөстәм Вахитов, Илкәнәй ауыл хакимиәте башлығы:
- Илкәнәй балалар баҡсаһы эргәһендә үткәүел тирәһе ҡоймаланды, яһалма тигеҙһеҙлектәр бар ерҙә лә эшләнде. Йомағужа ауылы мәктәбе өсөн кәртәләр алынған, оҙаҡламай эш башлаясаҡбыҙ. Светофорҙар ҙа алынды, пландар буйынса уларҙы ҡуйыу ҡаралған. Республика программаһы менән 125 мең бүленеп, ошо аҡсаға юл төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.