Все новости
Йәшәйеш
27 Сентября 2020, 17:00

Ваҡытында тамамларға кәрәк

Республика буйынса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары йыйыла торған контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү бөгөн көн талабы. Районыбыҙҙа ла был эштәр башҡарылыуына иғтибар ҙур.

Ермолаево ауыл советы үҙҙәренең территорияһындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыла торған 13 контейнер майҙансығын төҙөкләндергән дә инде. Шулай уҡ Бахмут ауыл советы ауылдарына ҡараған - 2, Керәүле-Илюшкин ауыл советында 3 контейнер майҙансыҡтарын эшләүгә ирешкәндәр. Ленин, Зәк-Ишмәт, Шәбағыш ауыл советтары әлеге мәлдә шулай уҡ эштәр менән мәшғүлдәр. Яҡшымбәттәр эшкә киләһе аҙнала тотонасаҡ. Ә бына Свобода ауыл советы биләмәһе башлығы әйтеүенсә, әлегә был эштәрҙе башҡарыу буйынса килешеүҙәре юҡ, шулай ҙа киләһе аҙна башынан был эшкә тотонасаҡтар. Морапталдар ҙа ямғыр туҡтағас башлаясаҡтар. Ауыл советы башлығы Аскар Кинжалиев әйтеүенсә, уларға барлығы 9 контейнер майҙансығын төҙөкләндерер кәрәк буласаҡ, ә аҡса ни бары биш майҙансыҡты эшләүгә генә етә. Ҡалған майҙансыҡтарын талаптарға ярашлы итеп эшләүҙе морапталдар киләһе йылға планлаштыралар. Илкәнәй ауыл советы башлығы ла, аҡса өс майҙансыҡҡа етә, башҡаһына әлегә аҡса юҡ, тине. Отрадалар 28 сентябрҙә башларға һүҙ бирҙеләр. Таймаҫ ауыл советы башлығы Ильяс Юлдыбаев әйтеүенсә, барлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыла торған ете урындары бар, шуларҙың алты контейнер майҙансығы төҙөкләндерелгән дә, тағы берәүһе ер кипкәс тә эшләнәсәк.
Тулы материал 77-се һанда.
Читайте нас: