Абдул ауылына килгәндә, Үҙәк урамындағы асфальт юл унар йылдар ашыу элек һалынған, хәҙер уның ҡиәфәте хәс тә ҡырсынташтан шикелле, Бында тулыһынса асфальтлау кәрәк. Был һорауҙы хәл итеү өсөн республика кимәленә сығырға тигән ниәттәр менән йөрөйөм. План буйынса, Абдулдың ике урамында: Ноғоманов һәм Дүртөйлөлә киләһе йылда асфальттағы соҡорҙарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Беҙҙең силсәүиткә 12 ауыл инә, яртыһында ҡырсынташлы юлдар ғына. Асфальт һалынған ауылдарҙа уның ҡәҙерен белмәгәндәр бар. Сходтар барышында күпме тапҡыр һөйләшкәнем булды, еңел машина өсөн иҫәпләнгән юлдарҙан ауыр ауыл хужалығы техникаһы менән юл өҫтөн боҙоп йөрөмәгеҙ тип. Таҡтырғыслы, ауыр йөк менән техниканы өйгә яҡыныраҡ килтерер өсөн урау юлдар ҙа бар, тик тыңламайҙар шул, үҙҙәре юлды боҙалар», - ти Юнир Ирек улы.