Абдуләхәт ИСХАҠОВ, Түбәнге Бабалар ауылы старостаһы:
- 30 йылдан артыҡ ошо күперҙән йөрөйбөҙ, беҙҙе “Ҙур ер” менән тоташтырған күпер ул. Күптән ремонтларға кәрәк ине, сөнки хәүефле бит. Әле ауыл советы үҙ һүҙендә тороп, эшләп ҡуйҙы. Яҡшымбәт хакимиәте етәксеһенә, Октябрьскийҙағы ярҙам иткән ойошма хужаларына, шулай уҡ ремонт эштәрендә активлыҡ күрһәткән ауыл халҡына рәхмәт.