Фермер Һарыҡ йырҙы арыҡ
Һуғарырға баҡсаһын.
Төҙөлөшкә тип банктан
Алып торҙо аҡсаһын.
Һуғарған баҡсаһы көҙөн
Мул уңыш бирер, имеш.
Түләр кредит аҡсаһын,
Һатып йәшелсә, емеш.
Тик ҡороно эҫе йәйҙә
Һарыҡтың шул баҡсаһы.
Белмәне Һарыҡ түбәндән
Һыуҙың үргә аҡмаҫын.
Банк һағалай һарыҡты:
Түләмәйсә ҡасмаһын.
Түләттеләр... тиреһен тунап
Кредиты аҡсаһын...