“Көйөргәҙе районы башлығының оставкаға китеүе тураһында хәбәр әллә нисә ай йөрөй. Хакимиәттең эшен рәтле эшләтә алмауы арҡаһында килеп тыуған кире эштәре хатта федераль кимәлдәге киң мәғлүмәт сараларында ла баҫылды. Коронавирусҡа бәйле, районға ҡырғыҙҙар килеп тулыуы, артабан китә алмай, мең бәләләргә дусар булыуы, уларға 4 миллиондан ашыу аҡса сарыф ителеүе хәбәрен генә алайыҡ. Был ауыр хәл тураһында барлыҡ ил гәзиттәре яҙҙы.
Аҙаҡҡы Яңы Муса ауылындағы интернет юҡлығы ҙур скандалға тиклем үҫте. Уҡыусыларҙың ташландыҡ фермала өй эштәрен интернет аша ебәреп ултырыуын һүрәтләгән видеоролик социаль селтәрҙәрҙә генә түгел, барлыҡ яңылыҡ сюжеттарында яңғыраны. Район башлығы был роликҡа ҡарата фекерен белдергәндә, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, урындағы халыҡты ғәйепләне. Улар, йәнәһе, дан ҡаҙаныу өсөн эшләгән был эште.
Район башлығы менән Башҡортостан хөкүмәтендә генә түгел, урындағы идара итеүҙә эшләгәндәр – район етәкселәре лә риза түгел. Райондағы абруйлы кешеләрҙең асыуын башлыҡтың ҡатыны килтерә. Хәләл ефете алып барған сәйәсәт район чиновниктары һәм эшҡыуарҙары иңенә ауыр йөк булып ятты. Шуға Хакимиәттәге бүлек начальниктарының һәм белгестәрҙең унарлап эштән китеүе ғәжәп түгел. Ә ҡалған чиновниктар «больничныйҙан» сыға белмәй, идара итеү аппараты тулыһынса ҡатып ҡалған.
Көйөргәҙе районын был кризистан сығарыу өсөн яңы команда, яңы лидер кәрәк. Билдәле булыуынса, район башлығы вазифаһына әлеге район Советы рәйесе Фәнит Моратбаҡыев кандидатураһы ҡарала. Ошо районда тыуып үҫкән кеше булараҡ, ул урындағы проблемаларҙы яҡшы белә, халыҡ та уны ихтирам итә, ышана. Фәнит елкәһендә ижтимағи ойошмаларҙа эшләгән күп йыллыҡ хеҙмәт ята, үҙе тирәһендә ышаныслы иптәштәрен туплаған. Һәм Фәниттең республика башлығы Радий Хәбировтың әллә ҡасанғы дуҫы икәнлеге лә бер кемгә лә сер түгел. Шулай булғас, Фәнит Моратбаҡыевтың райондың яңы башлығы булып китеренә өмөттәр ҙур».