Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
7 Ғинуар 2021, 13:00

Файҙаһы бөтәбеҙгә лә етер

Ермолаево ауылының бер нисә урамы (улар аша ғифрит машиналар үтә) хатта бер заман ныҡ асыуланып, юлға арҡыры төшөп тә ҡараны – урамыбыҙҙы ҡаплайбыҙ ҙа ҡуябыҙ, һеҙҙең саңдан йәшәр әмәл ҡалманы.

Ермолаево ауылының бер нисә урамы (улар аша ғифрит машиналар үтә) хатта бер заман ныҡ асыуланып, юлға арҡыры төшөп тә ҡараны – урамыбыҙҙы ҡаплайбыҙ ҙа ҡуябыҙ, һеҙҙең саңдан йәшәр әмәл ҡалманы. Ай-вай килеп, властар саҡ тынысландырҙы үҙҙәрен. Урамығыҙға көнөнә ике тапҡыр һыу һиптерәбеҙ, саң баҫылыр. Саң баҫылғандырмы, ғауғаһы аҙыраҡ тынды. Урау юл һалабыҙ тине етәкселәр, ошо юл булыр һәм беҙҙе тыныс ҡалдырыр был машиналар тип тә, бәлки, тынысланғандарҙыр. Отрада - Маяҡ ауылына тура юл яҡынса 16 километр буласаҡ тинеләр. Билдәле, юл аҙабы хәтәр нәмә, аҡсаһы ла күп кәрәк. Тәүҙә 200 миллион һәм кәрәк буласаҡ тинеләр (экспертизаһы ғына – 20 миллион һум), әле, был ғына сумма аҙ булыр, тип фаразлайҙар. Былтыр урау юлға тигән аҡсаның 17,5 миллионы тотонолған. Әле ҡағыҙ эштәре бөтмәгән, тағы ла 2 миллиондан ашыуы документтар йүнәтергә кәрәк тинеләр беҙгә район хакимиәтендә. Урау юлды һалыу план буйынса 2022 йылға планлаштырылған, тик район башлығы быйыл уҡ эштәр башланһын өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, тине.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 2-се һанында.
Читайте нас