Яҡшымбәт катогында булған көсөргәнешле хоккей уйынынан боҙ хатта эрей яҙҙы. Дәүләт гимндары башҡарылғас, ауылыбыҙ биләмәһе етәксеһе Юнир Ирек улы Сынбулатов уйынды сәләмәт тормош алып барыуға һәм катогыбыҙҙы асыуға йүнәлтелгән сара булыуын билдәләп, яҡшы уйын теләп үткәндән һуң көсөргәнешле ярыш башланып китте.
Ярышта өс команда: Яҡшымбәттән "Искра", Түбәнге Баба ауылынан "НБ" һәм Яҡшымбәттән "Дуҫлыҡ" йыйылма командалары көс һынашты.
Шуны әйтергә кәрәк, Түбәнге Баба ауылы егеттәре Көйөргәҙе йылғаһының киң һәм һай урыны туңғас та тәбиғи боҙҙа хоккей уйнайҙар икән. «Телевизор йәки гаджеттарға текләп ултырыуға ҡарағанда, саф һауала хоккей уйнауҙы мең артыҡ күрәбеҙ беҙ», - тиҙәр егеттәр. Улар үҙҙәрен уйынға алып килгән Илфат ағай Мөхәмәтйәровҡа һәм Азамат Хәмитовҡа рәхмәттәрен еткерәләр.