Все новости
Йәшәйеш
27 Января 2021, 14:00

Һаулыҡ нығый

Республикабыҙҙа быйыл “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы” тип билдәләнде. Беҙҙең Молокан ауылының “Берегиня” ҡатын-ҡыҙҙар клубына йөрөүселәр ҙә сәләмәт тормош яҡлы.

Республикабыҙҙа быйыл “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы” тип билдәләнде. Беҙҙең Молокан ауылының “Берегиня” ҡатын-ҡыҙҙар клубына йөрөүселәр ҙә сәләмәт тормош яҡлы. “Сәләмәтлектә йәшәү – яҡшы” тип скандинав йөрөшөн үҙ итә улар. Нәсимә Әмерханова, Әҡлимә Надырова, Лидия Дремина, Наталья Щербакова, Галина Курноскина һәм Лиана Ғафарова исемле уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, көндә кис, саф һауала рәхәтләнеп ошондай сәйәхәт ҡылалар.
- Йәйәү йөрөү һәйбәт, ә таяҡтар менән тағы ла яҡшыраҡ. Һаулыҡ та нығый, бер-берең менән рәхәтләнеп аралашып та алаһың, - ти молокандар.

Гөлназ ЕНИКЕЕВА
Молокан ауылы
Читайте нас: