Все новости
Йәшәйеш
3 Февраля 2021, 12:00

Айыҡ тормош ҡасан килер?

Рәсәйҙә айнытҡыстар системаһын тергеҙергә хәл ителде. Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон ҡабул итте.

Артабан яуап эҙләп ҡаланың наркология диспансерының етәксеһе, баш табибы Эльвира Зиатдиноваға шылтыраттыҡ:
- Күмертау ҡалаһында был хеҙмәт буламы, юҡмы быныһын мин әйтә алмайым. Ләкин минең уйымса, беҙҙә булдырылмаҫ ул, был бит өҫтәмә аҡса түгеү, аҡса түгеп яһарҙар ҙа, был хеҙмәт түләүле буласаҡ тиелгән. Ә, күбеһенсә кемдәрҙе айнытырға кәрәк? Урамда эсеп, иҫереп йөрөгәндәр, унда кереп айнып сығыу өсөн ҡайҙан аҡса алһын? Ҙур ҡалаларҙа бәлки был хеҙмәт эшләп китә алыр, ә беҙҙә ай-һай. Әлбиттә был хеҙмәт булһа, беҙҙең өсөн яҡшы булыр ине, сөнки уларҙың эше әлеге көндә тулыһынса беҙҙең елкәгә төшә. Ә айнытҡыстар асыламы, юҡмы администрациянан йә полиция хеҙмәткәрҙәренән һорап ҡарағыҙ.
Бына шундайыраҡ яуап алғас, иң тәүҙә полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтыратырға булдыҡ.
Күмертау ҡалаһының эске эштәр министрлығы бүлеге етәксеһе Марсель Әбйәлиловтың һәм башҡаларҙың яуабы гәзиттә баҫылып сыҡты.
Читайте нас: