Все новости
Йәшәйеш
3 Февраля 2021, 14:00

«Иҫерек баштар уйлана»

Әле лә Юнирҙең бахмурҙан башы сатнап, ярылып бара. Ә нисек уны төҙәтергә һуң? «Их хәҙер берәй рюмка булһа» тип ирендәрен ялап ҡуя. Кисәге эскәндәрен хәтеренә төшөрә, тахил шарабы тулы, ялтырап торған рюмкаларҙы күҙ алдына килтерә...

Әхмәтшин үҙе Ҡансыра ауылында йәшәй, «Ишембайнефть» НГДУ-һы участкаһында тракторсы булып эшләй. Ярай, хеҙмәт итеү – кешегә хөрмәт килтерә. Ә бына йәшел йылан менән дуҫлашыуы уны тормоштоң ҡараңғы төпкөлөнә һөйрәй, сәләмәтлеген емерә һуға. Әле лә Юнирҙең бахмурҙан башы сатнап, ярылып бара. Ә нисек уны төҙәтергә һуң? «Их хәҙер берәй рюмка булһа» тип ирендәрен ялап ҡуя. Кисәге эскәндәрен хәтеренә төшөрә, тахил шарабы тулы, ялтырап торған рюмкаларҙы күҙ алдына килтерә. Үҙенең аҡсаһын эсеп бөткәс, атаһынан аҡса талап итә. Атаһы пенсия алған саҡ була. Был пенсияны улар әсәләре үлгән балалары өсөн ала икән. Атай кеше был аҡсаларҙы, балалары уҡыған интернатҡа илтеп түләргә тейеш. Ләкин Юнир атаһының ҡайғы-хәсрәтен бар тип белергә теләмәй, тик уға эсергә аҡса кәрәк. Йәшел йылан менән дуҫлашып, ул атаһына, туғандарына ихтирам, кешелек өсөн иң матур, иң ҡәҙерле сифаттарҙы юғалтып бара икән.
А.ШАЛАГИН,
Медицина айнытҡыс сотруднигы
Тулы материал 10-сы һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: