Все новости
Йәшәйеш
6 Февраля 2021, 18:30

Бисаралар йәки өйҙәш ир

Былтыр ҡул бармаҡтарын һындырған булған өйҙәш ире, аҙыраҡ торғас, аяҡ бармаҡтарын да һындырған#алкоголизм #борьбаСпреступностью #соцзащита #КуюргазинскийРайон #Башкортостан

Бер ауылда бер ғаилә йәшәй. Ғаиләлә ике бәлиғ булмаған бала бар. Өйҙәш ир әйләнгән һайын ҡатынды туҡмауҙы һөнәр итеп алған. Бисара бисә туҡмаҡ алған һайын ғариза яҙа икән, бер аҙҙан ғаризаһын кире ала - әллә ирҙе йәлләй (ирҙәргә дефицит заман тиме икән), әллә башҡа сәбәбе бар. Комиссия өйөнә килгәнендә ҡулына, яуырынға тиклем, гипс һалынған. Бинт аша ҡан һыҡрай - врачтар теле менән әйтһәк, открытый перелом. Битенең бер яғы тотошлай күм-күк. Власҡа ҡаршы митингҡа сыҡҡан да, шунда бәргеләгәндәр, әйтерһең. Былай туҡмалыуы, әлбиттә, беренсегә түгел, тәне өйрәнгән. Былтыр ҡул бармаҡтарын һындырған булған өйҙәш ире, аҙыраҡ торғас, аяҡ бармаҡтарын да һындырған (ниңә бармаҡҡа йәбешә икән, был фетишты махсус белгестәр өйрәнергә тейештер). Комиссияға был ғаилә яҡшы таныш, гел киләләр, гел күгәргән йөҙҙө күрәләр.
Район буйлап бәлиғ булмағандар эше буйынса сәфәр тураһында тулы материал 11-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: