Артабан бүлмәгә ингән ҡатын (улай тип әйтергә тел дә әйләнмәй) йөҙгә йәш кенә күренә, заманға ярашлы кейенгән. 1993 йылғы икән, тормош иптәше менән ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләйҙәр, тик ни сәбәптәндер, ошо ярты йылда ғына өйөнән 3-сө тапҡыр сығып китеп, аҙна-ун көнгә юғалып тора. Һуңғы тапҡыр, өйҙән сығып китеп бер нисә көн ҡайтмаған ҡатынын, түҙемлеге бөткән ир полиция хеҙмәткәрҙәре аша эҙләргә була.
- Ни өсөн өйҙән сығып киттегеҙ? Ҡайҙа булдығыҙ? Ирегеҙ йәберләйме әллә? Балаларығыҙҙы ҡалдырып китергә йәлләмәйһегеҙме? Ирегеҙ эсмәй, үҙегеҙ ниңә эсәһегеҙ?
Ошондай һорауҙар төрлө яҡтан яуҙы йәш әсәгә. Ә ул, әллә үҙенә үҙе насарлыҡ эшләргә ҡурҡып, әллә яуабын таба алмай, оҙон-оҙаҡ күҙен йәшереп шып-шым тороуын дауам итте. Ҡайһы бер һорауҙарға ғына, эйе йәки юҡ тип яуапланы. «Туҡмалып йәшәйһегеҙме?» - тигән һорауҙы ишеткәс, саҡ ҡына күҙенән йәш сығарып, һөртөп ҡуйған булды. Ҡайҙа йөрөүе, ни өсөн сығып китеүен асыҡлар өсөн, ҡатынды психолог янына оҙатып, ҡайтышлай ғаилә йәшәгән йортҡа инеп сығырға булдыҡ.